

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө ҡалаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә, республикабыҙҙың төҙөүселәр ассоциацияһының ултырышы уҙған.
Андрей Назаров билдәләүенсә, төҙөлөш тармағы хатта һынылышлы мәлдәрҙә лә иҡтисадтың нигеҙен тәшкил итә һәм хеҙмәт баҙарында хәл-торошто тәртипкә килтереүҙә мөһим урынды биләй.
– Былтыр Башҡортостанда 2,9 миллион һум квадрат метр торлаҡ төҙөлдө, – тине Андрей Геннадьевич. – Быйыл да, киләһе йылда ла ошо кимәлде һаҡларға кәрәк, хатта арттырыу зарур. Апрель айында беҙҙең тарафтан, Башҡортостанда тотороҡло үҫеште тәьмин итеү буйынса, тышҡы санкциялар ҡыҫымы ваҡытында беренсе сиратта тормошҡа ашырыла торған саралар планы раҫланды. Ташламалы кредит ипотекаһы программаһын эшләү һәм тормошҡа ашырыу, төбәк Хөкүмәтенең айырым ҡарары буйынса капиталь төҙөлөштөң төҙөлөш объекттарына контракт хаҡын 90 процентҡа хәтлем аванслау, федераль инфраструктура менюһы ҡоралдары иҫәбенә инженер, транспорт һәм социаль инфраструктура объекттары төҙөү шуға асыҡ миҫал. Лимит сиктәрендә 19,6 миллиард һумлыҡ инфраструктура бюджет кредиты ҡабул ителгән.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, тәүге сираттағы план саралары үҙенең эсенә алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеүҙе тиҙләтеүҙе, ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлегенең мәғлүмәт системаһын үҫтереүҙе тәьмин итеүҙе алған.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.