Иҡтисад
28 Октября 2022, 13:30

Карбонат полигоны беҙгә ни өсөн кәрәк?

Баш ҡалабыҙҙа үткән Рәсәй энергетика форумында ошо мәсьәлә киң өйрәнелде.

Карбонат полигоны беҙгә ни өсөн кәрәк?Карбонат полигоны беҙгә ни өсөн кәрәк?
Карбонат полигоны беҙгә ни өсөн кәрәк?

Өфөлә барған Рәсәй энергетика форумында “Декарбонизация. Углероды аҙ булған ҡала мөхите” хакатонының аҙаҡҡы көнө үткәрелде.

Был сараны Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары ойошторғайны. Унда ошо уҡыу йортоноң, шулай уҡ Башҡорт дәүләт университеты, Урал политехник һәм Өфө радиоэлектроника колледждарының студенттары ҡатнашты.

“Карбонат полигоны булдырыу – беҙҙең өсөн бюджеты 592 миллион һум булған стратегик һәм ғилми проект. Башҡортостанда ошо полигонды булдырыу Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Валерий Фальков етәкселегендәге Эксперт советы ултырышында хәл ителгәйне. Был полигон Башҡортостанға атмосфера һауаһын күҙәтеп тороуҙа, иҡтисадты түбән углеродлы итеп үҙгәртеүҙә ярҙам итәсәк”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Хакатон – креатив фекерләүҙе үҫтереү маҡсатын ҡуйған проекттар һәм коммуникациялар майҙансығы.

Фото: республика Хөкүмәте.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас