Иҡтисад
31 Октябрь 2022, 10:15

Электр тармағы яңы һулыш алды

Төҙөлгән килешеү һөҙөмтәле  нигеҙ булып тора

Электр тармағы яңы һулыш алдыЭлектр тармағы яңы һулыш алды
Электр тармағы яңы һулыш алды

Ошо көдәрҙә Өфөлә үткән Рәсәй энергетика форумы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы һәм Электр энергетикаһы тармағы эш биреүселәренең Бөтә Рәсәй бүлексәһе "Рәсәйҙең энергетик эш биреүселәре" ассоциацияһы ("Рәсәй дәүере") социаль һәм хеҙмәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара эш итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. 

Документҡа Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры — сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һәм "Рәсәй дәүере" ассоциацияһы президенты Аркадий Замосковный ҡул ҡуйҙы.

Яҡтар Башҡортостан электр энергетикаһы ойошмаларында социаль партнерлыҡты үҫтереү, хеҙмәт коллективтарында социаль тотороҡлоҡто тәьмин итеү, республиканың кадрҙар потенциалын үҫтереү, хеҙмәт хәүефһеҙлеген һәм шарттарын яҡшыртыу, Башҡортостанда электр энергетикаһында тарифтарҙы көйләүгә булышлыҡ итеү менән бәйле хеҙмәттәшлектең бер нисә төп йүнәлешен билдәләне.

"Килешеү алдынан бер нисә берлектәге проектты тормошҡа ашырып өлгөрҙөк. Шуға күрә киләсәктә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә өмөт итәбеҙ", — тип билдәләне төбәк ведомствоһы етәксеһе Александр Шелдяев.

Рәсәй энергетика форумының һуңғы көнөндә республиканың электр энергияһын ҡулланыу буйынса иң яҡшы предприятиеһына "Алтын бағана-2022" конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Еңеүселәрҙе һайлау критерийы булып килешеү йөкләмәләрен үтәү, шулай уҡ ышаныслы һәм өҙлөкһөҙ электр тәьминәтенә шәхси өлөш индереү тора ине.

"Бюджет ойошмалары араһында энергетик ресурстарҙы иң яҡшы ҡулланыусы" номинацияһында Өфө ҡалаһы хакимиәтенең тормош тәьминәте департаменты, Сибай ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереү идаралығы һәм Октябрьский ҡалаһының "Төҙөкләндереү" МБУ-һы билдәләнде. "Торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереү предприятиелары араһында энергетик ресурстарҙы иң яҡшы ҡулланыусы" номинацияһында Краснокама районы "Камводсервис" ЯСЙ-һы һәм Белорет ҡалаһының "Тепловик" МУП-ы алдынғылыҡты биләй. "Сәнәғәт компаниялары араһында энергия ресурстарын иң яҡшы ҡулланыусы" номинацияһында наградаларҙы Шишмә нефть эшкәртеү заводы һәм "МегаФон" ЯАЙ-һы алды.

Шулай уҡ Форум сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының энергетика тармағының алдынғы белгестәре һәм тармаҡтың атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары Башҡортостан Республикаһының "Йылылыҡ селтәрҙәре" предприятиеһына нигеҙ һалыныуға 70 йыл тулыу айҡанлы Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары менән бүләкләнде.

Рәсәй энергетика форумы Өфөлә 21-се тапҡыр үтте һәм 6 меңгә яҡын кешене йәлеп итте.  Форум сиктәрендә 38 сара үтте, Рәсәйҙең 24 ҡалаһынан 255 спикер сығыш яһаны. "Урал энергетикаһы" күргәҙмәһендә илдең 15 төбәгенән 80 компания ҡатнашты. Экспозицияларҙың өстән бер өлөшөн Башҡортостан етештереүселәре тәҡдим иткән. Беренсе тапҡыр асыҡ майҙанда автомобиль юлдарында ремонт-тергеҙеү эштәре буйынса күсмә лабораториялар һәм оҫтаханалар урынлаштырылды. Башҡортостандың 11 предприятиеһының төп энергетиктарының күргәҙмәлә ҡатнашыусы предприятиелар менән осрашыуҙары үтте. Форумдың төп сараһы булып "Тышҡы ауырлыҡтар алдында электр энергетикаһы инфраструктураһын үҫтереү" темаһына арналған пленар сессия үтте.

 

Фотолар Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Электр тармағы яңы һулыш алды
Электр тармағы яңы һулыш алды
Электр тармағы яңы һулыш алды
Электр тармағы яңы һулыш алды
Электр тармағы яңы һулыш алды
Электр тармағы яңы һулыш алды
Электр тармағы яңы һулыш алды
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас