

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында инвесторҙарға ағас эшкәртеү буйынса яңы бизнес тәҡдим итәләр.
Предприятиены Асҡын районында төҙөү күҙаллана һәм ул 81,47 миллион һум сығым тотоноуҙы талап итә, 13 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Проекттың бюджеты үҙ эсенә төҙөү-ҡороу эштәрен башҡарыуҙы, ҡорамалдар һатып алыуҙы һәм транспорт паркы ойоштороуҙы күҙ уңында тота.
“Кейс предприятиела йылына ете мең тоннанан ашыу пеллет етештереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бының өсөн Асҡын районында сеймал етерлек, муниципалитеттың урман фонды 133 мең гектарҙы тәшкил итә”, – ти Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Әҙерләнгән концепциянан тыш, инвестпроектта финанс-иҡтисади күрһәткестәр ҙә бар. Шулай уҡ инвестор дәүләт ярҙамына ла иҫәп тота ала.
Фото: pravitelstvorb.ru