

“Эра технологий” йәмғиәте “Благовещен” өҫтөнлөклө үҫеш биләмәһенең резиденты итеп теркәлде.
Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостандағы “Благовещен” өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең яңы резиденты итеп теркәгән “Эра технологий” ғилми етештереү предприятиеһы яууаплылығы сикләнгән йәмғиәте ағас күмере етештереүгә 8 миллион һумдан ашыу инвестиция йүнәлтергә уйлай. Предприятиеның ҡеүәте йылына 720 тонна тәшкил итә.
Сеймал сифатында урындағы әҙерләүселәр ташыған ағас , шулай уҡ етештереү ҡалдыҡтары файҙаланыласаҡ.
“Яңы резидент был проектты 2022-2026 йылдарҙа тормошҡа ашырыуҙы планлаштыра. Бында 11 яңы эш урыны барлыҡҡа килергә тейеш. Етештерелгән продукция эре сауҙа селтәрҙәрендә һатыласаҡ. Бынан тыш, предприятие уны металлургия сәнәғәтенә суйын һәм төҫлө металдар иретеү компоненты итеп һатырға ла ниәтләй”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Фото: pravitelstvorb.ru.