Иҡтисад
1 Ноябрь 2022, 13:30

Төҙөлөп бөтмәгән һәр объект иҫәптә

Йыл аҙағына улар 694-тән 208-гә ҡалырға тейеш.

Төҙөлөп бөтмәгән һәр объект иҫәптәТөҙөлөп бөтмәгән һәр объект иҫәптә
Төҙөлөп бөтмәгән һәр объект иҫәптә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров райондар һәм ҡала хакимиәттәре етәкселәре менән осрашыу үткәрҙе, унда муниципаль кимәлдәге тамамланмаған төҙөлөш күләмен кәметеү буйынса күрелгән саралар ҡаралды.

Андрей Назаров билдәләүенсә, әле Башҡортостанда тейешле норматив база ҡабул ителгән һәм төҙөлөп бөтмәгән объекттарҙы иҫәптән төшөрөп ҡалдырыу тәртибе раҫланған.

– Беҙҙең был йүнәлештәге эҙмә-эҙлекле эшебеҙ һөҙөмтә килтерә башланы. Әле республикала төҙөлөп бөтмәгән 1700-гә яҡын объект бар. Йыл башы менән сағыштырғанда, уларҙың һаны 15 процентҡа кәмегән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы аша төҙөлөп бөтмәгән төбәк объекттарында ыңғай динамика күҙәтелә. Әгәр йыл башында иҫәптә 141 объект торған булһа, октябрҙә 85-кә етте", — тине Андрей Назаров.

Хөкүмәт башлығы билдәләүенсә, федераль кимәлдә төҙөлөп бөтмәгән объекттар күләмен кәметеү буйынса эштәр системалы бара. 30 сентябрҙә Рәсәй Хөкүмәте "Төҙөлөш" комплекслы дәүләт программаһын раҫланы. Ул биш йыллыҡҡа планлаштырылған. Төҙөлөп бөтмәгән объекттар һанын ҡыҫҡартыуға айырым иғтибар бүленә. Уларҙың федераль реестрын булдырыу планлаштырыла. Ғөмүмән, 2027 йылға илдә уларҙың һаны ике тапҡырға кәмергә тейеш. Был йәһәттән Башҡортостан 70 процентҡа иҫәп тота: быйыл 694 объекттан йыл аҙағына тиклем 208 ҡалырға тейеш.

Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция эшмәкәрлеге министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, муниципаль кимәлдә төҙөлөп бөтмәгән проекттар һанын 70 процентҡа тиклем кәметеү буйынса һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн, алдан иҫәпләүҙәр буйынса, 200-гә яҡын объектты реестрҙан сығарырға кәрәк. Өфө ҡалаһында 130 берәмекте ҡыҫҡартыу мөмкинлеге бар. Ҡалған объекттар Салауат, Мәләүез, Өфө, Шишмә, Учалы, Белорет райондарында урынлашҡан.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл объекттары министрлығынан белдереүҙәренсә, әлеге ваҡытта 16,4 миллиард һумлыҡ 52 объект төҙөлә, шул иҫәптән Көнсығыш сығыу юлы, тағы ла финанс яҡтан интенсив проект булып торған Бөрө – Таҫтүбә – Һатҡы юлы.

Фекер алышыу аҙағында Хөкүмәт Премьер-министры район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә мәсьәләне хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алырға, төҙөлөп бөтмәгән объекттарҙы документлаштырыу процедураларының тамамланыуын тәьмин итергә ҡушты.

Фото һәм текст сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас