

Хужалыҡ тармаҡтары араһында төҙөлөш комплексы иң мөһимелер, моғайын, сөнки ниндәй генә предприятие, мәктәп, дауахана йәки торлаҡ булһынмы – тәүҙә төҙөүселәр эш башлай. Улар хатта пандемия осоронда ла хеҙмәтен туҡтатманы. Нисек йәшәй һәм эшләй бөгөн республикабыҙ төҙөүселәре? Беҙҙең гәзит һорауҙарына Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор РОДИН яуап бирә.
– Егор Владимирович, төҙөүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ белгестәренең яңы рекорд ҡуйыуын билдәләне. Йыл ярым эсендә 4,5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, былтыр – өс миллион квадрат метр тиерлек. Бындай ҙур күләмдең республикала бер ҡасан да булғаны юҡ ине. Уңыштың сере ниҙә һәм республиканың төҙөлөш комплексы киләсәккә ниндәй маҡсаттар ҡора?
– Төҙөлөш индустрияһы – Рәсәй иҡтисадының төп тармаҡтарының береһе. Ҡалаларҙың үҫеше, сәнәғәт объекттары һалыныуы, халыҡты торлаҡ фонды һәм уңайлы тормош өсөн кәрәкле хәҙерге заман инфраструктураһы менән тәьмин итеү ошо тармаҡтың нисек эшләүенә бәйле.
Беҙҙең республика Рәсәйҙең төҙөлөш тармағы ныҡ үҫешкән төбәктәрҙең береһе иҫәпләнә, шул иҫәптән – төҙөп тапшырылған торлаҡ майҙаны буйынса. Ошо йылдың тәүге яртыһында башҡарылған эш күләме, былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда, туғыҙ процентҡа күберәк булды. Быйыл, үткән йыл менән сағыштырғанда, өс миллион квадрат метрға күберәк төҙөрбөҙ тип күҙаллайбыҙ. Уҙған айҙарҙа ике миллионға квадрат метрға яҡын файҙаланыуға индерелгән дә инде. Был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәйҙә етенсе һәм Волга буйы федераль округында икенсе урындабыҙ.
Торлаҡ программалары уңышлы тормошҡа ашырылыуын дауам итә. Төрлө кимәлдәге ҡаҙналарҙан йыл һайын граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға дүрт миллиард һум самаһы аҡса бүленә.
Республиканың төҙөлөш комплексының тотороҡло эшләүендә төҙөлөш матераиалдары етештергән предприятиеларҙың хеҙмәте лә ҙур әһәмиәткә эйә. Былтыр ошо предприятиелар йылдың тәүге яртыһында – 5,7 миллиард һумлыҡ, ә йыл дауамында 31,3 миллиард һумлыҡ продукция эшләп сығарҙы. Шул уҡ ваҡытта сит ил тауарҙарын алмаштырыу буйынса ыңғай тәжрибә лә ҙур: ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереүҙә махсуслашҡан “Цемикс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – аҡ цемент, Нефтекама автобетоновоздар заводы күп төрҙәге төҙөлөш һәм транспорт техникаһы етештерә.
Әле булған төҙөлөш материалдарын яңыртып эшләүгә һәм яңы төрҙәрен булдырыуға йүнәлтелгән инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, каркас һәм панель йорттар өсөн материалдар етештереүсе комбинатты яңыртып ҡороу һөҙөмтәһендә эре панелле йорт төҙөлөшө өсөн тимер-бетон әйберҙәр етештереүгә тәғәйенләнгән сит ил технологияһының кәрәге ҡалманы. Үҙебеҙҙә булдырылған технология комбинатта етештерелгән тимер-бетон тауарҙың үҙҡиммәтен кәметергә мөмкинлек бирәсәк, ә был иһә, үҙ сиратында, торлаҡ төҙөлөшөнөң үҙҡиммәтен дә түбәнәйтә, тимәк, фатир һатып алырға теләүселәргә был маҡсатҡа өлгәшеү күпмегәлер еңеләйә.
Башҡортостан ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса дәүләт мәғлүмәт системаһын уңышлы ҡулланған алдынғы биш төбәк иҫәбенә инә. Был система ҡала төҙөлөшө проекттарын планлаштырыуҙағы йоғонтоло ҡорал ғына түгел, ә мәғлүмәт технологияларын артабан үҫтереү һәм камиллаштырыу өсөн нигеҙ ҙә булып тора. Төҙөлөш объекты өсөн кәрәкле процедураны һайлап алғас һәм уның ҡулланыу тәғәйенләнеше буйынса шарттар тамам аныҡланғас, һәр этаптың үтәлеш ваҡытын, тейешле документтар исемлеген һәм башҡа кәрәкле мәғлүмәтте алырға була.
Бөгөн 20-нән ашыу субъект ошо системаны ҡулланып эшләй. Был алымды файҙаланыуҙа һәйбәт һөҙөмтә күрһәткән төбәктәр араһында Башҡортостан һәм Ҡырым республикаларын, Белгород, Воронеж һәм Курск өлкәләрен атарға мөмкин.
– Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Төҙөүселәрҙең быйыл 4,5 миллиард һумлыҡ эш башҡарыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанын беләбеҙ. Яҡын киләсәктә төбәктә ниндәй ҙур объекттар сафҡа инәсәк, шул иҫәптән – инфраструктура объекттары?
– “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, Башҡортостан алдына йыл һайын дүрт миллион квадрат метр торлаҡ төҙөп тапшырыу бурысы ҡуйылған. Тармаҡтың бөгөнгө үҫеш тиҙлеген иҫәпкә алғанда, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Бынан тыш, артабан да күрһәткестәргә өлгәшеүҙе еңеләйтеү өсөн киләһе йылдарҙағы эшмәкәрлеккә лә нигеҙ һала барыу талап ителә. Торлаҡ төҙөлөшөнөң сифатын яҡшыртыу маҡсатында инфраструктураны үҫтереүҙе лә тиҙләтеү бурысы тора.
Быйыл республикала “инфраструктура менюһы” механизмдарын файҙаланған ике пилот проектын ғәмәлгә ашырыу башланды. Рәсәйҙең төбәктәр үҫеше буйынса хөкүмәт комиссияһы раҫлаған был инвестиция проекттарының беренсеһе – “Өфө ҡалаһының “Көньяҡ ҡапҡа” комплекслы торлаҡ төҙөлөшө”, икенсеһе “Нефтекама ҡалаһы ҡала округы биләмәһен комплекслы үҫтереү” тип атала. Лимит буйынса бының өсөн 19,6 миллиард һумлыҡ ҡаҙна кредиты раҫланған.
Проекттар Өфө һәм Нефтекама ҡалаларын комплекслы үҫтереү өсөн яңы биҫтәләрҙәге инженерлыҡ, транспорт һәм социаль инфраструктура объекттарын төҙөү маҡсатын ҡуя. Мәҫәлән, республиканың баш ҡалаһында 2200 урынлыҡ мәктәп төҙөләсәк. Унан тыш, транспорт селтәрен үҫтереү эштәре лә ошо раҫланған проекттарға индерелде. Юлдарҙы һәм юл киҫелештәрен үҙгәртеп ҡороу, шулай уҡ Өфөнө көньяҡтан урап үтеү һәм бының өсөн Ағиҙел аша күпер һалыу планлаштырыла. Яңы торлаҡ биҫтәләре өсөн автобустар һатып алыу ҙа ҡаралған.
Ҡала биҫтәләре проекттарына ярашлы, уларҙа 5,7 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү һәм 20 мең өҫтәмә эш урыны булдырыу күҙ уңында тотола. Социаль һәм коммуналь инфраструктураны яңыртыу буйынса ла 10 сараны тормошҡа ашырыу планлаштырылған. Яңы биҫтәләр көнкүреш өсөн уңайлы булырға, балалар баҡсалары, мәктәптәр, поликлиникалар, мәҙәниәт һәм спорт объекттары менән тәьмин ителергә тейеш. Был бурысты атҡарыуҙа биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү буйынса берҙәм механизм төп ярҙамсы булып тора. Ҡануни яҡтан был механизмды индереү 2020 йылдың декабрендә башланғайны, республикала барлыҡ кәрәкле норматив акттар ҙа ҡабул ителгән.
Ошо механизм Башҡортостандың муниципаль берәмектәренә үҙ биләмәләрендәге авария хәлендәге торлаҡта йәшәгәндәрҙе күсереү мөмкинлеге бирә, ә быға саҡлы ошо бурысты атҡарып сығыуға федераль һәм төбәк бюджеттарының аҡсаһы етмәй ине. Бынан тыш, ул район һәм ҡалаларҙа яңы объекттар, шул иҫәптән – күп фатирлы йорттар, коммуналь һәм социаль инфраструктураны, транспорт системаларын, төҙөүгә әҙерлекте башлау өсөн нигеҙ булып тора. Әлеге ваҡытта Өфө һәм Нефтекама ҡалаларындағы торлаҡ биҫтәләре биләмәләрен төҙөкләндереүҙең өс проекты эшләнгән.
Ошо һәм башҡа билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашыра алырыбыҙға шикләнмәйем. Әлбиттә, бындай ғәйәт ҙур масштаблы бурыстар көндәлек мәшәҡәт һәм көсөргәнешле тырышлыҡ талап итә, әммә беҙ ҡуйылған маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыуға табан тайпылышһыҙ алға барабыҙ.
– Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына әҙерлек барышына ҡарата хәбәрҙәрҙән күренеүенсә, был датаны ла яңы объекттар менән ҡаршы аласаҡбыҙ...
– Эйе, Өфөнөң 2024 йылда билдәнәсәк юбилейына ҡарата ҙур социаль һәм спорт объекттары барлыҡҡа киләсәк. Улар араһында Республика һуғыш ветерандары госпитален, Математика лицей-интернатын, Ишеү слаломы комплексын, Көрәш һарайын һәм башҡаларҙы күрһәтергә мөмкин. Беҙҙең архитекторҙар һәм проектлаусылар менән берлектә республика баш ҡалаһының тышҡы йөҙөн булдырыу дауам итә. Әйткәндәй, Башҡортостандың Фән һәм мәҙәниәт һарайы ла Өфөнөң матур бер биҙәгенә әүерелергә тейеш.
Беҙҙең студенттар өсөн донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең юғары уҡыу йорттары кампусы төҙөләсәк. Унда хәҙерге заман лабораториялары, китапхана, спорт инфраструктураһы һәм студенттарҙың шәхси ваҡытын үткәреү өсөн урындар булдырыу ҡаралған, башҡа ҡала һәм илдәрҙән килгән ғалимдар өсөн төрлө саралар уҙғарыу мөмкинлеге лә буласаҡ.
– Беҙҙең республикалағы төҙөлөш объекттарын ҡарағанда Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин ошолай тигәйне: “Башҡортостан кеүек төбәктәрҙе өҫтөнлөклө рәүештә финансларға кәрәк, Рәсәй Хөкүмәте Вице-премьеры Марат Хөснуллин да ошо хаҡта гел генә әйтә”. Был ярҙам төҙөлөш объекттарының һанын арттырыр һәм уларҙы төҙөп бөтөүҙе тиҙләтер, моғайын ? Хәҙер үк әйтеп буламы – ниндәй өҫтәмә объекттар һәм ҡайҙа төҙөләсәк?
– Санкт-Петербургтағы иҡтисади форумда “ДОМ.РФ” акционерҙар йәмғиәте менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында инфраструктура облигацияларын файҙаланып түләү шарты менән 21,4 миллиард һумдыҡ заем аҡсаһы биреү тураһында килешеү төҙөлдө. Был аҡса айырым әһәмиәткә эйә булған инфраструктура проекттарына йүнәлтеләсәк.
Ундай тәғәйенләнештәр араһында “Ағиҙел аръяғы” проекты (икенсе этап) буйынса планлаштырылған һыу тәьминәте һәм йыуынты һыуҙы түгеү селтәре һәм объекттары ла бар, уларҙы 2027 йылғаса төҙөп бөтөрөү планлаштырыла. Был эш әлеге инфраструктура облигацияларын файҙаланып башҡарыласаҡ. Проект “Ағиҙел аръяғы” биҫтәһенең һәм Өфөнөң көнбайыш өлөшөнөң торлаҡ биләмәләрен үҫтереү өсөн билдәләнгән, уның перспектива майҙаны 9 240 квадрат метр тәшкил итә, һөҙөмтәлә ул 100 меңдән ашыу ғаиләнең көнкүреш шарттарын яҡшыртасаҡ.
Проект республиканың баш ҡалаһы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Билдәле булыуынса, Өфө ҡалаһы Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары ҡушылған урындағы ярымутрауҙа урынлашҡан, төҙөлөш алып барыу өсөн бик иркен урын тип булмай. Етмәһә, ярымутрауҙың топографик үҙенсәлектәре лә ҡатмарлы. Был шарттарҙы еңеләйтеү юлы – төҙөлөштө ярымутрауҙан ситтә йәйелдереү, ул Өфөнөң 2042 йылғы генераль планында ла сағылыш тапҡан. Ағиҙел аръяғындаы был биҫтәне төҙөү буйынса инвесторҙар менән килешеүҙәр ҙә бар, торлаҡ төҙөлөшөнөң проектланған күләмен ресурстар менән тәьмин итеү өсөн инвестиция программаларына ярашлы энергетика объекттары төҙөлдө. Уларҙы булдырыуға 20 миллиард һум тотонолдо. Бынан тыш, инфраструктура облигациялары сиктәрендә Башҡортостанда тағы ике объект – бая әйтелгән Ветерандар госпитале һәм Математика лицейы – раҫланды. Инвестицияның дөйөм күләме – 13,1 миллиард һум.
Ағиҙел аръяғындағы торлаҡ биҫтәһе төҙөлөшөн тормошҡа ашырыуҙың йоғонтололоғо түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала: беренсенән, йыл һайын 9 240 мең квадрат, йәғни – йылына 440 мең квадрат метр, толаҡ төҙөү; икенсенән, 100 мең ғаиләне торлаҡлы итеү; өсөнсөнән, 30 мең яңы эш урыны булдырыу; дүртенсенән, республиканың тупланған бюджетына был 15 йыллыҡ осорҙа ингән һалым 55,6 миллиард һум тәшкил итәсәк. Шул иҫәптән, физик шәхестәрҙән һалым – 17,4 миллиард һум, табыштан һалым – 31 миллиард һум, мөлкәткә һалым 7,2 миллиард һум тәшкил итергә тейеш.
– Алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеү бөгөн ниндәй кимәлдә? Ошондай төҙөлөш ойошмалары менән мөнәсәбәттә һеҙҙең министрлыҡ ниндәй саралар күрә? Был эштә ҡануниәттәге яңылыҡтар ярҙам итәме?
– Әлбиттә, һәр эштәге кеүек, хәл итеүҙе көткән мәсьәләләр ҙә бар. Бөгөнгә 3,5 мең алданған өлөшсөнөң проблемаһы шулай сиратта тора. Улар төҙөлөшкә үҙ аҡсаһын тотонған, ләкин фатирҙарын һаман ала алмай һәм был йылдар буйы дауам итә.
Ошо йыл башынан алып 1,6 мең өлөшсөнөң хоҡуғы тергеҙелде. Киң инвестиция проекттары программаһына ярашлы, беҙҙә был ғаиләләргә фатир асҡыстарын 2,5 йылға алдараҡ тапшырыу мөмкинлеге тыуҙы. 2023 йылға саҡлы тағы ла 17 проблемалы объект буйынса мәсьәләне хәл итергә уйлайбыҙ. Дөйөм алғанда, төрлө ҡатмарлыҡтарға ҡарамайынса, 2024 йылға саҡлы республикала алданған өлөшсөләр мәсьәләһен тулыһынса хәл итеүҙе планлаштырабыҙ.
– Авария хәлендәге йорттарҙа йәшәгәндәрҙе төҙөк торлаҡ майҙанына күсереү, моғайын, совет осоронан баралыр, ул бөгөн дә дауам итә. Был бурыс, йәғни ошондай йорттарҙағы халыҡты дәүләт иҫәбенә фатирлы итеү республика иңенә ауыр йөк булып ята тип әйтергә буламы? Ундай йорттар бөгөн күпме, әллә был эш даими барасаҡмы?
– Башҡортостан фатирҙары 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата авариялы хәлдә тип танылған граждандарҙы күсереүгә сығымдар өсөн аҡса бүленгән дүрт төбәк араһына инә. Был аҡсаны республика йәшәү өсөн яраҡһыҙ булған торлаҡ фондынан күсереү буйынса 2023 йылға тиклем иҫәпләнгән программаны ваҡытынан алда үтәгән өсөн ала.
Ғәмәлдәге булған программаларға ярашлы, республикабыҙҙа быйыл 2797 кешене дөйөм майҙаны 40 мең квадрат метр булған авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү планлаштырыла. Әлеге ваҡытта граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса 2019 – 2023 йылдарға иҫәпләнгән адреслы программа буйынса республикала 13 йорт төҙөлә, 1,5 мең кеше уларҙа фатир көтә.
2022 йылда төҙөлөш тармағындағы дөйөм эш күләме
(сағыштырмаса хаҡтарҙа)
|
|
Миллион һумдарҙа |
Алдағы йылдың шул уҡ осорона ҡарата, проценттарҙа |
|
Ғинуар |
13006,2 |
128,6 |
|
Февраль |
17350 |
151,9 |
|
Март |
17791 |
107,9 |
|
Апрель |
20499,1 |
123,5 |
|
Май |
17054,9 |
98,1 |
|
Июнь |
23791,8 |
114,5 |
|
Июль |
22590,8 |
110,9 |
|
Август |
26044,9 |
127,1 |
|
Ғинуар – август |
158128,7 |
118,6 |
Торлаҡ төҙөлөшөндә шәхси йорттар өлөшө
(мең квадрат метрҙа)
|
Йылдар |
Шәхси төҙөүселәр үҙ аҡсаһына йәки бурысҡа алып төҙөгән йорттар |
Республикала төҙөлгән торлаҡ майҙанында шәхси төҙөүселәрҙең өлөшө, проценттарҙа |
|
2000 |
808,3 |
64,4 |
|
2010 |
1453,9 |
72,4 |
|
2015 |
1571,5 |
58,4 |
|
2016 |
1814,8 |
67,3 |
|
2017 |
1666,1 |
67,3 |
|
2018 |
1402 |
61,2 |
|
2019 |
1389,2 |
58,6 |
|
2020 |
1498,8 |
61 |
|
2021 |
1781 |
61,3 |
“Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренән.