Иҡтисад
1 Ноябрь 2022, 16:30

Яҡташтар менән бәйләнеш көслө

Башҡортостан Хөкүмәте ватандаштар бизнесы реестрын булдыра.

Яҡташтар менән бәйләнеш көслөЯҡташтар менән бәйләнеш көслө
Яҡташтар менән бәйләнеш көслө

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Рәсәй төбәктәре һәм ватандаштар: сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте тәрәнәйтеп” пленар дискуссияһында ҡатнашты. Сара сит илдәрҙәге рәсәйҙәрҙең “Иҡтисади хеҙмәттәшлек: ватандаштар һәм Рәсәй төбәктәре. Заман саҡырыуҙарына яуап биреп” Бөтә донъя тематик конференцияһына ярашлы уҙғарылды.

Премьер-министр билдәләүенсә, республикабыҙҙа эре Башҡортостан диаспоралары менән оҙайлы ваҡыт дауамында эш алып барыла. Ул йәмәғәт-мәҙәни һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҙ эсенә ала. Республикабыҙҙан иң күп яҡташтарыбыҙ Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Ҡырғыҙстанда йәшәй. Шулай уҡ улар Төркмәнстанда, Тажикстанда, Белоруссияла, Төркиәлә һәм башҡа илдәрҙә бар.

Башҡортостан диаспоралар менән мәҙәниәт өлкәһендә әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Былтыр республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән төбәктә “Атайсал” проекты старт алды. Сит илдәге ватандаштар Башҡортостандағы ҙур булмаған проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йәлеп ителә. Уның сиктәрендә меценаттар үҙҙәренең тыуған ерҙәренә ярҙам күрһәтә.

- “Атайсал” проектында өс меңдән ашыу кеше ҡатнаша, шул иҫәптән АҠШ-та, Испанияла, Австрияла йәшәүселәр. Был бер миллиард 300 миллион һумға 11 меңдән ашыу проект, – тине Андрей Назаров. – Айырым иғтибарҙы сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыуға бирәбеҙ. Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек географияһы 110 ил менән бәйле. Ете ай эсендә республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше өс миллиард долларҙан ашты. Был былтырғы күрһәткестәрҙән 21 процентҡа юғарыраҡ.

Башҡортостандың эре тышҡы сауҙа партнеры булып Ҡаҙағстан тора. Бында иң ҙур Башҡортостан диаспораһы йәшәй, улар менән Ҡаҙағстан вәкиле әүҙем эш алып бара. Уларҙың ярҙамы менән былтыр был республикаға күп тармаҡлы бизнес-миссия юлланды. Уның һөҙөмтәһе буйынса бер нисә килешеү төҙөлдө.

Төркиәлә лә бәйләнеш көслө. Үткән айҙа был илгә бизнес-миссия сиктәрендә 150-ләп "би-ту-би" осрашыуҙары уҙғарылды. Һөҙөмтәлә бер нисә килешеү барлыҡҡа килде. "Саника пайп" компанияһы менән берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу йүнәлешендә лә эш алып барыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас