

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы үҙенең территорияһына, етештереү объекттарын урынлаштырыу өсөн, 39 яңы инвестицион майҙансыҡты күрһәтте. Әйткәндәй, ошо ер участкалары, ә уларҙың дөйөм майҙаны 50 гектар, “Өфө” аэропортынан йыраҡ түгел урында – Өфө районында урынлашҡан.
– Был майҙансыҡтарҙың өҫтөнлөгө шунда – улар логистика йәһәтенән уңайлы урында урынлашҡан, – тип һөйләй Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Инженерлыҡ инфраструктураһы селтәренә тоташтырыу нөктәләренә яҡын булыуы, шулай уҡ, юлдарҙың яҡшылығы шуға асыҡ миҫал. Ошо майҙансыҡтарҙы һайлаған инвесторҙарға һәр йәһәттән дә Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы белгестәре ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, консультацион һәм методологик ярҙамдар һәр саҡ кәрәк.
Шул иғтибарға лайыҡ, Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы онлайн режимында буш майҙансыҡтар менән таныштырыу кеүек эш алымын үҙләштергән.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.