Иҡтисад
2 Ноябрь 2022, 09:00

“Алға” менән һөт аҙыҡтарын да алып була

Кемдәрҙең быға хоҡуғы бар? Ҡайҙа алырға мөмкин? Ошолар хаҡта ентекләберәк түбәнге яҙмала.

“Алға” менән һөт аҙыҡтарын да алып була“Алға” менән һөт аҙыҡтарын да алып була
“Алға” менән һөт аҙыҡтарын да алып була

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы. “Балаларыбыҙҙың ата-әсәләре беҙҙән “Һөт кухняһы” файҙаланыусыларын “Алға” картаһы иҫәбенә “бәйләүҙе” һорағайнылар. Һәм беҙ быны эшләнек. Шул уҡ ваҡытта һөт аҙыҡ-түлектәрен элекке карта буйынса шәхси QR-код менән алырға мөмкин.

“Алға” картаһының мәғлүмәттәрен шәхси кабинетҡа теркәтеү өсөн һөт-аҙыҡ түлектәрен таратыу пунктындағы һатыусыға карта артында күрһәтелгән һандарҙы әйтергә кәрәк. Был “бәйләү” бушлай буласаҡ.

Беҙ артабан да Башҡортостанда “Һөт кухняһы” селтәрен үҫтереүҙе һәм был аҙыҡ-түлектәрҙе файҙаланыусылар өсөн уңайлыҡтар булдырасаҡбыҙ.

Тулыраҡ: https://milkrb.ru/for-buyers”.

Фотолар: vk.com/radiyhabirov; clearbody.org

“Алға” менән һөт аҙыҡтарын да алып була
“Алға” менән һөт аҙыҡтарын да алып була
“Алға” менән һөт аҙыҡтарын да алып була
“Алға” менән һөт аҙыҡтарын да алып була
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас