Быйылғы йыл аграрийҙарҙы бик ҡыуандырҙы. Ныҡышмалы хеҙмәт, ергә булған һөйөү һәм, әлбиттә, һауа шарттарының яҡшы булыуы ауыл хужалығы культураларынан мул уңыш алыу мөмкинлеге бирҙе. Быйыл иген культураларының тулайым йыйымы 5,2 миллион тоннанан ашты. Гектар ҡеүәте лә тос булды. 1986 йылдан башлап тәүге тапҡыр ошондай күләмдә уңыш алынды. Байрам саралары “Торатау” Конгресс-холлында тантаналы рәүештә асылды. Байрам уңайынан бер төркөм хеҙмәт батырҙарына дәүләт наградалары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында хакимиәт башлыҡтары, ойошмалар етәкселәре, ябай эшселәр булды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Илшат Фәзрахманов быйылғы йылдың ауыл хужалығы тармағы өсөн бик уңышлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Уңыштың нигеҙе – орлоҡ. Быйыл сәселгән орлоҡтоң 10 проценты элиталы һәм супер-элиталы булды. Минераль ашламаларҙы етәрлек күләмдә алдыҡ. Тағы ла мһим бер фактор – ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу. Ғеүәтле техникаярҙамында уңышты баҫыуҙарҙан юғалтыуһыҙ йыйып алдыҡ. Бөтөн агротехник саралар ваҡытында башҡарылы, - тине Илшат Илдус улы.
Бер төркөм бүләкләнеүселәр араһында Борай райоы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Илвер Нурмөхөмөтов та бар ине.
- Быйылғы уңыш ҡыуандырҙы. 35,3 мең гектар майҙандан 88,6 мең тонна иген йыйып алдыҡ. Былтырғы күрһәткесте ике тапҡырға арттырҙыҡ. Бер гектар майҙандан 25,1 центнер уңыш алдыҡ. Айырыуса “Колос”, “Победа”, Ғайфутдинов крәҫтиән (фермер) хужалығында уңыш мул булды. Йыйылған күләм мал аҙығы әҙерләүгә лә, орлоҡҡа ла, пай ерҙәре хужаларына ла, халыҡты тәьмин итеүгә лә етә. Быйыл йәмғеһе 512 тонна элиталы орлоҡ һатып алдыҡ, 1100 тонна минераль ашлама алдыҡ. Ваҡытында үткәрелгән агротехнологик саралар әлеге уңышты алыуға ҙур йоғонто яһаны. Әле ырҙындарҙа эш дауам итә, хужалыҡтар орлоҡ әҙерләй, – ти Илвер Ғабдулла улы. Бөгөндән ул Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исемен йөрөтә.
Тантаналы саралар артабан Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығының залында үтте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин илле кешегә төрлө дәрәжәләге наградалар тапшырҙы.
- Бөгөн беҙ ысынлап та уңыш байрамын билдәләйбеҙ. Мул уңыш алыу – тотороҡлоҡ билдәһе. Башҡортостанда ауыл хужалығы тармағының үҫешкән һәм алдынғы булыуы йылдар булыуы килгән матур йола ул. Һуңғы осорҙа ғеүәттең артыуы ҡыуандыра ғына. Быйылғы көҙ баҫыуҙарҙа ла мул уңыш алдыҡ, бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән “Алтын көҙ” күргәҙмәһендә юғары наградалар – алыу ҙа тармаҡтың юғары баһаға лайыҡ булыуын аныҡ күрһәтте, – тине Максим Забелин наградалар тапшырып.
Бүләкләнеүселәр араһында Илеш районының “Мир” хужалығы һауынсыһы Рәфинә Насырова ла бар ине.
- Хужалыҡта 1992 йылдан бирле эшләйем. Әлеге мәлдә 50 һыйыр һауам. Көнөнә 800 – 900 килограмм һөт һауып алабыҙ. Һыйырҙар тоҡомло, шуға һөт тә мул була, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша ул.
Шулай уҡ кисә “Торатау” конгресс-холлында байрам айҡанлы тантаналы йыйылыш үтте. Сарала ҡатнашыусылар төбәктең агросәнәғәт комплексы уңғандары, ауыл һәм фермер хужалыҡтары етештереүселәре ҡуйған күргәҙмә менән танышты.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.