

2022 йылдың ғинуар - сентябрендә Башҡортостандың сәнәғәт индексы 103,1 процент тәшкил итеп, Рәсәй (100,4 процент) һәм Волга буйы федераль округы (101,1 процент) буйынса күрһәткестәрҙе үткән.
Ябай булмаған осорҙа төп иҡтисади күрһәткестең ыңғай үҫеше төбәктең иҡтисадҡа ярҙам иткән федераль программаларҙа әүҙем ҡатнашыуына, урындарҙа әҙерләнгән етди тәҡдимдәргә бәйле, тип билдәләне республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновация министры Александр Шельдяев.
"Бөгөн республикала 1,5 миллиард һумдан ашыу суммаға сәнәғәткә ярҙам иткән туғыҙ сара ғәмәлгә ашырыла. Төп өлөшө Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша күрһәтелә. Ул - 26 финанслау программаһы. Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды көрсөккә ҡаршы пакетына ярашлы, кредиттарҙы түләү буйынса процент ставкаһын ҡаплауға субсидия төрөндә гранттарға транш алды. Бөтәһе 26 предприятиеға 129 миллион һум күләмендә гранттар бирелгән. Был аҡса тиҫтәләгән предприятиеға адреслы ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген бирҙе. Уларҙың береһе әйләнештәге капиталына аҡсаға мохтаж булған, ә башҡалары – сәнәғәт ҡеүәттәрен бушатыуға. Республика ярҙамында еңел автомобилдәргә сеймал һәм ҡорамалдар, урман сәнәғәтселәренә материалдар, техника алыуға сығымдарҙы субсидиялау мөһим булып ҡала", – тине Александр Шельдяев.
Республикала фармацевтика тауарҙары (+27,2 процент, былтырғы ошо осорға ҡарата), электр ҡорамалдары (+51,5 процент), йыһаз (+26,9 процент) етештергән предприятиеларҙа үҫеш күҙәтелгән. Шулай уҡ химия тауарҙары, металл әйберҙәр, осоу аппараттары, суднолар, резина, пластмасса, ҡағыҙ етештереүселәр үҙҙәрен ныҡлы тоя.
Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө иҡтисади хәлдә Башҡортостандың ҡайһы бер компанияларында тотороҡлолоҡ һаҡланмай. Металл булмаған минераль тауар, кейем, текстиль, күн әйберҙәр, электрон һәм оптика тауарҙары, автотранспорт саралары етештергән, металл мәғдәне сығарған, ағас эшкәрткән предприятиеларҙың күрһәткестәре төшөүе күҙәтелә. Улар өсөн көрсөктән сығыу һәм артабан үҫеш буйынса механизмдар әҙерләнә.
Фото: республика Хөкүмәте.