

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында үткән тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
"Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың барлыҡ халҡынан ысын күңелдән ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәре еткерәм.
Беҙҙең ауыл хужалығы тармағы һуңғы 30 йылда тәүге тапҡыр 5,2 миллион тонна уңыш йыйҙы. Стәрлетамаҡ районы аграрийҙары тәүгеләр иҫәбендә булды һәм 300 мең тоннанан ашыу иген һуғып алды. Алты районда - Илеш, Баймаҡ, Хәйбулла, Мәләүез, Ауырғазы, Саҡмағошта уңыш 200 мең тоннанан ашҡан.
Аҙыҡ эшкәртеүселәр ҙә ҡыуандыра. Башҡортостан аҙыҡ-түлеккә ихтыяжын тулыһынса ҡаплай. Шул уҡ ваҡытта туғыҙ ай эсендә 270 мең тонна продукцияны экспортҡа сығарҙыҡ – был күрһәткес уҙған йыл менән сағыштырғанда 13 процентҡа юғары.
Әлбиттә, һауа торошо быйыл ҡыуандырҙы. Әммә тармаҡты техник модернизациялауға, ашламалар һатып алыуға аҡса һалмаһаҡ, яҡшы уңыш алмаҫ инек. Игенселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса Башҡортостан илдә бишенсе урында тора. Агросәнәғәт комплексына йыл һайын ете миллиард һум самаһы аҡса, шул иҫәптән республика бюджетынан өс миллиард һум самаһы аҡса ебәрәбеҙ. Шулай уҡ тоҡомло эре мөгөҙлө мал һатып алыуҙы, һөт, ит етештереүҙе финанслайбыҙ.
Беҙҙең өсөн иң мөһиме – ауылда уңайлы йәшәү шарттары булдырыу. Башҡортостан ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы лидерҙары иҫәбендә. Йыл һайын республика федераль бюджеттан 1,5 миллиард һум самаһы аҡса ала. Был фондтар иҫәбенә беҙ социаль объекттар, инженер инфраструктураһы, торлаҡ төҙөлөшө һәм ремонт мәсьәләләрен хәл итәбеҙ. Республика аҡсаһын да һалабыҙ.
Бөгөн фронт һыҙығында һуғышҡан ватандаштарыбыҙға ҡеүәтләү һүҙҙәре ебәрәбеҙ. Ватаныбыҙҙы яҡларға 700-ҙән ашыу ауыл халҡы китте. Уларҙың күбеһе, саҡырыуҙы көтөп тормайынса, йөрәк ҡушыуы буйынса китте. Улар — ысын геройҙар. Ауыл хужалығы предприятиелары һәм хужалыҡ етәкселәренә мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә әүҙем ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм.
Барлыҡ аграрийҙарға һеҙҙең эшегеҙ өсөн рәхмәт! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! – тип билдәләне Радий Хәбиров үҙенең сығышында.
Артабан Башҡортостан Башлығы хеҙмәт алдынғыларын бүләкләне.
Төбәк етәксеһе ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн Баймаҡ, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Стәрлетамаҡ, Балтас, Борай, Яңауыл, Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош райондарына республика Хөкүмәтенең дипломдарын тапшырҙы. Иң яҡшы механизаторҙарға еңел автомобиль асҡысы бирелде.
Азат ШӘРИПОВ, Баймаҡ районы хкимиәте башлығының беренсе урынбаҫары:
- Быйыл районда уңыш һәйбәт булды. Бындай күрһәткес 1986 йылда теркәлгән булған. Ул ваҡытта гектарынан 28 центнер уңыш алғандар. Дөйөм алғанда, 221 мең тонна уңыш йыйып алдыҡ. Һуңғы 25 йылда бындай күрһәткестәргә өлгәшкән юҡ ине. Хәҙер иғтибарҙы малсылыҡҡа йүнәлтәсәкбеҙ. Ямғырҙар яуыуы бесәнгә һәйбәт булды. Киләһе өс йылға хужалыҡтар үҙҙәрен бесән менән тәьмин итте. Яҙғы баҫыу эштәренә өмөт менән ҡарайбыҙ.
Илнар ҒИЗЗӘТУЛЛИН, студент:
- Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы студентымын. Быйыл беренсе тапҡыр практика үттем. Акрос комбайнына ултырттылар. Был ышаныс өсөн етәкселәремә, хеҙмәттәштәремә рәхмәтлемен. Әлбиттә, ярыш булыуын белеп, сәмләнеп эшләнем, әммә еңеүселәр исемлегенә инеремә һуңғыға тиклем өмөтләнмәнем. Бик ҡыуаныслы ваҡиға. Ата-әсәйем минең өсөн шат. Машинаны атайыма бүләк итермен тип уйлайым, сөнки өс йыл рәттән аҡса йыйып, үҙемә автомобиль алғайным. Тормошомдо артабан да ауыл хужалығы менән бәйләргә уйлайым. Олатайым һәм атайымдың юлын дауам итеп, ауыл хужалығы тармағында эшләргә йыйынам. Колледжды тамамлағас, юғары уҡыу йортона инергә иҫәбем бар.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.