

Ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативтарының сығымдарҙы ҡаплау буйынса ғаризаларын ҡарау тамамланды.
Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативтарының уларҙың сығымының бер өлөшөн ҡаплау буйынса ғаризалары ҡаралған, был этаптағы субсидияның дөйөм суммаһы 39 миллион һум тәшкил итәсәк. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектының “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау” төбәк проекты сиктәрендә күрһәтелгән дәүләт ярҙамын был юлы 31 ауыл хужалығы кооперативы аласаҡ.
“Башҡортостандағы ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативтары ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙәге үҙ урынын ныҡлап биләне һәм дәүләт ярҙамы уларҙың үҫешен дәртләндерәсәк. Үҙебеҙҙең кооперативтарҙан продукция етештереүҙе арттырыуҙы ғына түгел, ә уны төрләндереүҙе һәм тәбиғи тауарҙы һатыу географияһын киңәйтеүҙе лә көтәбеҙ”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.