Иҡтисад
3 Ноябрь 2022, 18:15

Александр Шельдяев - яңы субсидиялар тураһында

Урман етештереүселәре һәм эшҡыуарҙар өсөн ниндәй ярҙам ҡаралған?

Александр Шельдяев - яңы субсидиялар тураһындаАлександр Шельдяев - яңы субсидиялар тураһында
Александр Шельдяев - яңы субсидиялар тураһында

Республика Хөкүмәте вице-премьеры Александр Шельдяевтың сәхифәһенән:

"Башҡортостандың урман етештереүселәре өсөн:

Предприятиеларға ҡорамалдар һәм машиналар һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау буйынса тендер иғлан ителде. Быйыл беҙ был ярҙам сараһына 74,6 миллион һум бүләбеҙ, субсидия менән 65-тән ашыу предприятие файҙаланырға ниәтләй. Документтарҙы 7 ноябрҙән ҡабул итә башлайбыҙ һәм 18 ноябрҙә тамамлайбыҙ. Быйыл урман сәнәғәте предприятиеларына 49 миллион һумлыҡ субсидия бирелгән, 56 ойошма 445 миллион һумға тиерлек техника һәм ҡорамалдар һатып алған.

Автозаправкалау станцияларын төҙөү менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙар өсөн:

Яғыулыҡ ҡойоу станцияларын төҙөүгә киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплайбыҙ — 2022 йылдың 23 декабренә тиклем субсидия алыуға ғаризалар ҡабул итәбеҙ. Был ярҙам сараһына 360 миллион һум ҡаралған, федераль, шулай уҡ республика фондтары бар. Улар яғыулыҡ ҡойоу станцияларын төҙөү буйынса 10 инвестиция проектына булышлыҡ итәсәк. 2019 йылдан алып әлеге көнгә тиклем Сәнәғәт министрлығы һәм республика Хөкүмәте, дөйөм алғанда, 679 миллион һумлыҡ 18 автозаправка станцияһы төҙөүгә булышлыҡ иткән.

Шуны билдәләп үткем килә: сәйәси хәл, санкциялар һәм сикләүҙәр – быларҙың барыһы ла беҙгә үҫеш юлынан тайпылыуға ҡамасауламай. Беҙҙең күҙәтеүҙәр буйынса, ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар башында йәки осоронда ярҙам алып, предприятиелар артабан барыу өсөн көс тә, мөмкинлек тә таба".

Фото А. Шельдяевтың сәхифәһенән.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас