Иҡтисад
3 Ноябрь 2022, 17:30

Башҡортостан яңы проектты тормошҡа ашырасаҡ

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә - яңыса ҡараш.

Башҡортостан яңы проектты тормошҡа ашырасаҡБашҡортостан яңы проектты тормошҡа ашырасаҡ
Башҡортостан яңы проектты тормошҡа ашырасаҡ

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров "Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау операторы" асыҡ юридик компанияһы етәксеһе Денис Буцаев менән эш кәңәшмәһе үткәрҙе.

Улар республика биләмәһендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү һәм утилләштереү объекттарын урынлаштырыу өсөн "РЭО" вәкилдәре һәм инвесторҙар менән килешеү төҙөү шарттары тураһында фекер алышты. Андрей Назаров билдәләүенсә, республикала ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә йыл һайын 44 проценттан саҡ ҡына күберәк аҡса ебәрелә, был Волга буйы федераль округы буйынса уртаса күрһәткестән алты процентҡа юғары.

— Республика биләмәһе биш зонаға бүленгән, уларҙы дүрт төбәк операторы хеҙмәтләндерә. Ғөмүмән, ҡалдыҡтарҙы туплау инфраструктураһын булдырҙыҡ. 24 меңдән ашыу контейнер майҙансығы төҙөлдө; 63,6 меңдән күберәк контейнер һатып алынды. Уларҙың ете меңгә яҡыны ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым туплау өсөн ҡулланыла. Сүп-сар һауыттарына ихтыяждың өстән бер өлөшө 168 миллион һум күләмендә федераль субсидия иҫәбенә тәьмин ителәсәк, – тине Андрей Назаров.

Ул шулай уҡ, республиканың барлыҡ контейнер майҙансыҡтары һанлаштырылған һәм дәүләт мәғлүмәт системаһына индерелгән, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү хеҙмәттәренең сифатын күҙәтеү онлайн алып барыла, тине.

- Булған инфраструктура етештерелгән ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыуҙы тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Эшкәртеү ҡеүәттәрен модернизациялау төбәк инвесторҙары тарафынан раҫланған инвестиция программалары сиктәрендә, шулай уҡ республика иҫәбенә башҡарыла. Бынан тыш, сентябрҙә ВИС компаниялар төркөмө республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең заманса объекттарын булдырыу буйынса ташламалы килешеүҙәр төҙөргә тәҡдим итте. Әлеге ваҡытта республиканың Өфө агломерацияһы, Дүртөйлө һәм Краснокама районы биләмәләрендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү, утилләштереү объекттарын урынлаштырыу буйынса РЭО компанияһы вәкилдәре, инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр алып барыла, — тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса сифатлы хеҙмәттәр күрһәтеүгә ҙур иғтибар бүлә, тип билдәләне Денис Буцаев.

— Башҡортостан, һәр ваҡыттағыса, алға ҡарап эш итә, бында яңы төр продукция етештереүҙә эшкәртелгән ҡалдыҡтарҙы икенсел ресурстар рәүешендә ҡулланыу мөмкинлеге биргән инфраструктура ҡеүәттәре булдырыла. Ошо йәһәттән һуңғы бер нисә айҙа күрһәтелгән башланғыс һәм эш өсөн дә рәхмәт әйтәм. Башҡортостан был йәһәттән иң ҙур объекттар төҙөүҙең инвестиция процесында иң профессиональ төбәктәрҙең береһе булып тора, был ҡаты муниципаль ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, утилләштереү өсөн объекттар урынлаштырыуға ташламаға ла ҡағыла. Был Рәсәйҙә ҙурлығы буйынса икенсе ташлама буласаҡ, — тине Денис Буцаев.

Төҙөлөштө тормошҡа ашырыу ваҡыты 2024 йыл аҙағына билдәләнгән. Денис Буцаев фекеренсә, был Башҡортостанға 2024 йылға тиклемге осорҙағы Президент Указы күрһәткестәрен арттырып үтәргә һәм 2030 йыл күрһәткестәрен үтәүгә яҡынлашырға мөмкинлек бирәсәк. Был, үҙ сиратында, төбәккә инвестициялар, яңы эш урындары булдырыу мөмкинлеге бирә.

— Рәсәй Хөкүмәте исеменән Башҡортостанға ағымдағы йылдың уртаһында иғлан ителгән проекттарҙы финанслау өсөн бөтә кәрәкле сикләүҙәрҙе раҫлайбыҙ. Был, беҙҙеңсә, төбәккә артабан да иҡтисади яҡтан да, беҙҙең тармаҡ планында ла ыңғай үҫеш алырға мөмкинлек бирәсәк, — тине Денис Буцаев.

Денис Буцаев, Башҡортостандың иң эре сәнәғәт үҙәге булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, яңы Федераль проекттың сәнәғәт һәм ауыл хужалығы ҡалдыҡтарын, шулай уҡ төҙөлөш объекттарын хеҙмәтләндереү буйынса яңы ҡеүәттәр булдырыу буйынса пилот майҙансығы булырға тәҡдим итте.

Андрей Назаров ыңғай яуап бирҙе һәм республиканың был ышанысты аҡлар өсөн бар көсөн һаласағына ышаныс белдерҙе.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас