Иҡтисад
3 Ноябрь 2022, 17:45

Үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек өсөн тауыш бирәйек!

Һылтанма - яҙмала.

Үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек өсөн тауыш бирәйек!Үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек өсөн тауыш бирәйек!
Үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек өсөн тауыш бирәйек!

"Беҙҙең бренд". “Халыҡ танылыуы” II конкурсының онлайн-тауыш биреү этабы башланды. Сара Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек продукттарын популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.

"Беҙгә башҡорт аҙыҡ-түлек продукттарын танытыуҙы арттырыу, ҡулланыусыларҙың ышанысын, уларға ихтыяж кимәлен арттырыу мөһим. Проект ауыл хужалығы тармағында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә, урындағы брендтарҙың торошон нығытыуға, төбәк продукцияһын киң ҡулланыусылар баҙарына сығарыуға йүнәлтелгән", — ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

"Беҙҙең бренд" конкурсында тауыш биреү https://nashbrendrb.ru/catalog/ сайтында 31 октябрҙән 17 ноябргә тиклем бара.

Әлеге ваҡытта тауыштар һаны буйынса тәүге урындарҙа Шишмә баҡсалары, Мәләүез квасы, Баймаҡтан “Бай” фермер продукцияһы, Бөрйән солоҡ балы, Ейәнсура балы килә.

Конкурс еңеүселәре һәм финалсылары "Беҙҙең бренд" махсуслаштырылған продукцияһы күргәҙмәһе сиктәрендә иҫтәлекле приздар менән бүләкләнәсәк.

Ә һеҙ ниндәй аҙыҡ-түлекте үҙ итәһегеҙ? Кем өсөн тауыш бирҙегеҙ? Комментарийҙарға яҙығыҙ!

Фото: "Беҙҙең бренд" сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас