

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Андрей Назаровҡа Министрҙар кабинетының кибер-хәүефһеҙлеген тәьмин итеү саралары тураһында хәбәр итте.
Башҡортостан Башлығы указы менән Рөстәм Моратовҡа Башҡортостан Министрҙар кабинетына кибер-һөжүм эҙемтәләрен булдырмаҫлыҡ структура берәмеге булдырыу бурысы йөкмәтелде. Был программа шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль власть органдары араһында үҙ-ара хәүефһеҙ электрон эш алып барыуҙы тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота.
— Хәҙер мәғлүмәт технологиялары, асылда, идара итеү системаларының төп элементтарына әүерелде. Улар мәғлүмәттәрҙе күҙәтеүгә, анализлауға, эшкәртеүгә, йүнәлтеүгә һәм, ахыр сиктә, республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең бөтә аспекттарына ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул итеүгә нигеҙләнгән, — тине Андрей Назаров һәм төбәк мәғлүмәт системаларының тулы эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙең мөһимлеген билдәләне, иҡтисадҡа, социаль өлкәгә IT-технологияларҙы әүҙем индереүҙе дауам итергә кәрәклеген билдәләне.
— Ҡайһы бер системалар ярҙамында электрон дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтелә, граждандарға дәүләт ярҙамы саралары тураһында мәғлүмәт бирелә. Мәғлүмәт порталдары инвесторҙар, эшҡыуарҙар менән үҙ-ара эш итеүҙең мөһим ҡоралы булып тора. Шуға күрә республика Хөкүмәтенең мәғлүмәт хәүефһеҙлеген нығытыу, тейешле инфраструктураны модернизациялауҙы тәьмин итеү буйынса саралар күрергә кәрәк. Бының өсөн бөтә кәрәкле ресурстар бар тип ышанам, — тине Премьер-министр Андрей Назаров.
– Мәғлүмәт хәүефһеҙлеген өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп билдәләнек. Тотош системаға ревизия үткәрҙек. Инфраструктура яңыртылды. Бөгөнгә беҙҙә булған һәр ҡоралды файҙаланырға әҙербеҙ, — тине Рөстәм Моратов.
Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Чернышенконың 2022 йылдың 5 мартындағы күрһәтмәһенә ярашлы, республикала Башҡортостандың кибер-хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса штаб булдырылған, тип белдерҙе.
— Төбәк мәғлүмәт системалары даими арта бара. Уларҙың төп ресурстары дәүләт статусына эйә һәм Хөкүмәт сайтында баҫылған тейешле реестрға индерелгән. Әлеге ваҡытта ул 150 мәғлүмәт системаһын үҙ эсенә ала, – тине вице-премьер.
Рөстәм Моратов хәбәр итеүенсә, киләһе аҙнала “юл картаһы” әҙер буласаҡ, ул төбәктең мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин иткән аҙымдарҙы аҙна һайын күҙәтеп торорға мөмкинлек бирәсәк.
IT-хәүефһеҙлектең төп йүнәлештәренә һаулыҡ һаҡлау, транспорт һәм кеше ғүмерен, хәүефһеҙлеген тәьмин иткән башҡалар инә. Шуға күрә бында ошо эшмәкәрлеккә интеграцияланған бөтә предметтар менән үҙ-ара эш итеү айырыуса көнүҙәк булып тора, тип һығымта яһаны Рөстәм Моратов. Тап шуның өсөн дә республика Хөкүмәтенең мәғлүмәт хәүефһеҙлеген нығытыу, тейешле инфраструктураны модернизациялауҙы тәьмин итеү һәм мәғлүмәт-техник хәүефтәргә ҡаршы тороу өлкәһендә барлыҡ министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың эшмәкәрлеген һөҙөмтәле координациялау буйынса саралар күрергә кәрәк.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.