

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендә реконструкцияланған юл айырсаһын төҙөкләндереү менән танышты.
Баш ҡала хакимиәтенең Юл һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, уларҙы ремонтлау идаралығы етәксеһе Константин Паппе объектта инженерлыҡ коммуникацияларын яңыртыу, архитектур яҡтыртҡыстарҙы монтажлау һәм декоратив панелдәр ҡуйыу тураһында һөйләне. Башҡортостан Башлығы юл төҙөүселәргә башҡарылған эш өсөн рәхмәт әйтте.
– Яңыртылған юл айырсаһы Өфөгә көньяҡтан ингән ерҙә уның йөҙөн билдәләй, – тине ул. – Баш ҡалабыҙҙа башҡа транспорт объекттарын төҙөгәндә һәм реконструкциялағанда артабан да срокты үтәү бик мөһим.
Төбәк Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә объектты телгә алды. “Беҙ ошо транспорт үҙелының мөмкинлектәрен киңәйтеү йәһәтенән эште тамамланыҡ. Был участка иң көсөргәнешлеләрҙең береһе булһа ла, унда транспорт хәрәкәтен япманыҡ. Подрядсылар эште ҡала халҡына уңайһыҙлыҡ килтермәйенсә башҡарарға өйрәнде. Шулай кәрәк тә, рәхмәт, коллегалар!
Юл айырсаһын реконструкциялау уның үткәреү һәләтен 27 процентҡа арттырҙы. Был яҡшы һөҙөмтә. Өфө үҫә, ҡунаҡтар ҙа артҡандан арта. Беҙ хәрәкәт итеү йәһәтенән барыһына ла уңайлыҡтар тәьмин итергә тейешбеҙ.
Пландар ҙур. Йырып сығырбыҙ”, – тип яҙған Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Сығанаҡ: glavarb.ru