Иҡтисад
3 Ноябрь 2022, 11:20

Туристар өсөн иң яҡшы маршут ҡайһыһы?

Башҡортостан буйлап уңайлы сәйәхәт һайларға була.

Туристар өсөн иң яҡшы маршут ҡайһыһы?Туристар өсөн иң яҡшы маршут ҡайһыһы?
Туристар өсөн иң яҡшы маршут ҡайһыһы?

Өфөлә этнотуризм буйынса II Халыҡ-ара форум сиктәрендә «Йыл маршруты 2022» Бөтә Рәсәй туристик премияһы лауреаттары билдәләнде. Конкурс комиссияһына Рәсәйҙең 67 төбәгенән барлығы 571 проект тапшырылған. Финалға 296 проект тәҡдим ителгән, шул иҫәптән уларҙың 45-е Башҡортостандан. Һөҙөмтәлә республика  29 диплом, шул иҫәптән туғыҙ премия яуланы. Сара "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

— Бөтә Рәсәй конкурсында республикабыҙ исеменән сығыш яһаған туристик индустрия вәкилдәренә рәхмәт белдерәм. Бөгөн улар алдында ысынлап та мөһим бурыс тора – эске туризмды үҫтереү, сифатлы һәм популяр туристик продукция булдырыу. Форумдың мөһим һөҙөмтәләренең береһе булып туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында алты килешеүгә ҡул ҡуйыуҙы билдәләп үтер инем. Был төбәктә туристик индустрияның артабанғы үҫешенә ыңғай йоғонто яһар тип ышанам, — тине, форум һөҙөмтәләрен йомғаҡлап, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Ринат Фәтҡуллин.

«Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй туристик премияһына нигеҙ һалыусы, ФРОС Region идараһы рәйесе Геннадий Шаталов билдәләүенсә, IX премия сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды, был ойоштороусыларҙың, эксперттарҙың һәм ҡатнашыусыларҙың дөйөм ҡаҙанышы.

"Иң яҡшы музей экскурсияһы" номинацияһында Гран-прины Башҡортостандың "Шулған-Таш мәмерйәһе" музейы алды.

«Иң яҡшы велосипед маршруты» номинацияһында гран-при «Башгид» йәмғиәтенең «Торатау геопаркы тирәләй йөрөйбөҙ» проектына, “Өлкәндәр өсөн иң яҡшы маршрут” номинацияһында “Красноусольск + Башҡортостан йөрәге” проектына бирелде.

Сараны Башҡортостан Республикаһының туризмды үҫтереү буйынса АНО үҙәге ойошторҙо. Еңеүселәр тураһында тулы мәғлүмәт www.tourawards.ru рәсми сайтында ҡуйылған.

 

Мәғлүмәт һәм фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Туристар өсөн иң яҡшы маршут ҡайһыһы?
Туристар өсөн иң яҡшы маршут ҡайһыһы?
Туристар өсөн иң яҡшы маршут ҡайһыһы?
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас