Иҡтисад
5 Ноябрь 2022, 09:00

Йылайырҙар балыҡ үрсетә

 Матрай ауылы янындағы Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысына аҡ амур, яҫы маңлай (толстолобик), сазан һәм ике төрлө карп балыҡтары ебәрелгән

Йылайырҙар балыҡ үрсетәЙылайырҙар балыҡ үрсетә
Йылайырҙар балыҡ үрсетә

Был хаҡта Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә яҙған.

"Йылайыр районының Матрай ауылы янындағы Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысына аҡ амур, яҫы маңлай (толстолобик), сазан һәм ике төрлө карп балыҡтары ебәрелде.

Сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, "Башҡорт баҡыры" йәмғиәте вәкилдәре Рәмил Туҡаев, төбәктең гидротехник ҡоролмалар етәксеһе Мансур Байгилдин ҡатнашты.
Балыҡтар ебәреүгә урындағы халыҡ, Урал аръяғы балыҡсылары "Моҫтай" йәмғиәте, "Башҡорт дәүләт тәбиғи заповеднигы" етәкселеге ҙур ярҙам күрһәтте. Был сараға әҙерлек барышында һәм үткәреүҙә ҡатнашыусылар күп булды. Аҡса йыйыуҙа өлөш индергән ойошмаларға, халыҡҡа, шулай уҡ фермер Венер Тусалинға, Илшат Солтангәрәевҡа, Матрай ауыл биләмәһенә, балыҡсыларға барыһына ла рәхмәтемде еткерәм. Быуаға ебәрелгән балыҡтарҙың үрсеп китеүҙәренә ышанам һәм уларҙы һаҡлап алып ҡалыу сараһын күрәйек", -тип яҙған Йылайыр башлығы.

Тиҙҙән Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысында балыҡтар үрсеп китер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Фото: Борис Мелкоедовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Йылайырҙар балыҡ үрсетә
Йылайырҙар балыҡ үрсетә
Йылайырҙар балыҡ үрсетә
Йылайырҙар балыҡ үрсетә
Йылайырҙар балыҡ үрсетә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас