Иҡтисад
6 Ноябрь 2022, 09:30

“Шифа”ға ихтыяж ҙур буласаҡ

Балалар ялының һәм һауыҡтырыуҙың заманса, уңайлы һәм ихтыяжлы инфраструктураһын булдырыу республика Хөкүмәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора.

“Шифа”ға ихтыяж ҙур буласаҡ“Шифа”ға ихтыяж ҙур буласаҡ
“Шифа”ға ихтыяж ҙур буласаҡ

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә «Шифа» балалар сәләмәтләндереү лагерын төҙөү тураһындағы концессия килешеүенә ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һәм «Система концессиялары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Валерий Еремин ҡул ҡуйҙы.

- Балалар ялының һәм һауыҡтырыуҙың заманса, уңайлы һәм ихтыяжлы инфраструктураһын булдырыу республика Хөкүмәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. «Шифа» йыл әйләнәһенә эшләгән балалар үҙәге был инфраструктураның мөһим элементы булырға тейеш. Сибайҙа, уны ойоштороу урынында, ике йыл элек иҫтәлекле капсула ҡалдырғайныҡ.  Проектты тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмы аша шәхси инвестициялар йәлеп итергә ҡарар ителде. Был объект Сибайҙа йәки республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә ихтыяж менән ҡулланасаҡ, - тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.

 «Шифа» лагерын төҙөү проекты Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция комитеты ултырыштарында ҡаралды һәм хуплау тапты. Республика Проектты тейешле инженерлыҡ инфраструктураһы,  юл, газ һәм һыу менән тәьмин итеү инженерлыҡ селтәрҙәре менән тәьмин итеү өсөн тейешле бөтә сараларҙы ла күргән. Объектты төҙөү хаҡы 3 миллиард һум тәшкил итәсәк, республика ҡаҙнаһынан 756 миллион һум капиталь грант бүленәсәк.  Лагерь сменаһына 350-гә яҡын баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Учреждение  ишектәрен 2024 йылдың 1 сентябренә асыр тип күҙаллана.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19350/

Фото: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас