Иҡтисад
6 Ноябрь 2022, 10:30

Йүнсел ауылдаштарына ярҙам итә

Рамаҙан Шаһыбалов- «Ярҙам - изге эштәр ваҡыты» проектыны геройы

Йүнсел ауылдаштарына ярҙам итәЙүнсел ауылдаштарына ярҙам итә
Йүнсел ауылдаштарына ярҙам итә

Башҡортостандың төпкөл ауылдары һәр саҡ ҡунаҡсыллығы, бер-береһенә ярҙам итеүе, өмәләр үтеүе менән дан тотто. Был беҙҙең изге һәм тәрән аҡыллы халҡыбыҙ ҡанында. Элек ауыл кешеһенә йорт төҙөргә килгән ваҡытта, уға бөтә ауыл халҡы - төҙөлөш материалдары ла, эш көсө менән дә ярҙам иткәндәр.

 Бер-береңә ярҙам итеү, эскерһеҙлек, рухи изгелек һәм асыҡлыҡ, кешеләрҙең хәленә инә белеү - быларҙың барыһы ла халҡыбыҙ характерына электән һалынған. Бына ошо еңел булмаған осорҙа ла яратҡан аҡсаларын үҙенә генә тотоноп, ябай кешеләрҙең ихтыяждарын  күҙәтеп, уларға барынса ярҙам ҡулы һуҙған кешеләрҙең осрауы ҡыуаныслы.  Әбйәлил районының Амангилде ауылынан Рамаҙан Сәлих улы Шаһыбалов  тап шундайҙарҙың береһе.«Ярҙам - изге эштәр ваҡыты» проекты геройы ла ул.

 Йүнсел һәр ваҡыт ауылдаштарына ярҙам итергә тырыша — мохтаждарға бушлай таҡта бирә, балалар майҙансығы төҙөй, байрамдар үткәрә, янғындан ҡаза күреүсегә йорт төҙөй, халыҡҡа утын алып килә, ҡыйыҡтарын һәм иҙәндәрен йүнәтә. Пиломатериалдар етештереү буйынса цех хужаһының изгелектәре һанап бөткөһөҙ.
Рамаҙан, күңел бушлығынан мәрхәмәтлек эше ярҙамында ҡотолорға мөмкин, тип иҫәпләй. Эскерһеҙлек, бер-береңә ихлас күңелдән ярҙам ҡулы һуҙыу уның холҡона хас күренеш.
Ҡышын уның компанияһының техникаһы юлдарҙы ҡарҙан бушлай таҙарта. Юлдарҙы тигеҙләү һәм йүнәтеү ҙә Рамаҙандың иңендә. Амангилде егете үҙе өлгөрмәгәндә лә башҡа ойошмалар менән килешеп, ауыл халҡына уңайлы шарттар булдырырға тырыша.

Фото: "Башинформ"

Йүнсел ауылдаштарына ярҙам итә
Йүнсел ауылдаштарына ярҙам итә
Йүнсел ауылдаштарына ярҙам итә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас