

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең етештереүселәр үҙ продукцияларын Урта Азияла үткән 24-се "Аҙыҡ-түлек сәнәғәте" халыҡ-ара күргәҙмәһендә — FoodExpo Qazaqstan 2022-лә тәҡдим итә. Сарала донъяның 400-ҙән ашыу компанияһы ҡатнаша. Был турала Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итә.
"Тәүге ике көн эсендә Башҡортостан делегацияһы потенциаль партнерҙар менән етмештән ашыу осрашыу үткәрҙе һәм хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен барланы", — тип аңлатма бирҙе Маргарита Болычева.
Республиканың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ярҙамында Башҡортостандың стендын ете компания тәҡдим итте. Стенд күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡаҙағстанда Рәсәй Федерацияһы сауҙа вәкиле урынбаҫары Андрей Кабанов, урындағы РЭК вәкиллеге етәксеһе Олег Печенкин күргәҙмәне ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Улар экспортерҙарға Ҡаҙағстан баҙарына сығыу юлдарын өйрәтте.
Шулай уҡ күргәҙмә сиктәрендә Ҡаҙағстандың Magnum, CareFood, Galmart, SMALL һ.б. алдынғы сауҙа селтәрҙәре менән һөйләшеүҙәр үтте.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.