Иҡтисад
7 Ноябрь 2022, 09:00

“Автопаркты яңыртыуҙа артабан да ярҙам итербеҙ”

Әле төбәккә ошондай класлы 20-гә яҡын машина кәрәк

“Автопаркты яңыртыуҙа артабан да ярҙам итербеҙ”“Автопаркты яңыртыуҙа артабан да ярҙам итербеҙ”
“Автопаркты яңыртыуҙа артабан да ярҙам итербеҙ”

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров туристик класлы яңы автобустарҙы ҡарап сыҡты. Улар “Башавтотранс” паркын тулыландырып, ҡала-ара маршруттарҙы хеҙмәтләндерәсәк.

“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры Надир Сәмиев “хаҡы менән сифат” нисбәте йәһәтенән Ҡытай автобустарының көнбайыш аналогтарынан отошлораҡ булыуы, шуға күрә баҙарға байҡау яһағандан һуң, YUTONG компания етештергән машиналарҙы һайлауҙары тураһында һөйләне.

Беренсе этапта “Башавтотранс” ошондай ике автобус һатып алған. Улар 51 кешене ташыуға иҫәпләнгән һәм Ҡазанға, Ухтаға, Түбән Камаға һәм башҡа ҡалаларға рейстар башҡарасаҡ, шулай уҡ республика һәм Рәсәй кимәлендәге төрлө сараларҙы хеҙмәтләндерәсәк.

Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, республика “Башавтотранс”ҡа техникаларҙы яңыртыуҙа ярҙам итергә әҙер.

– Үҙебеҙҙең пассажирҙар ташыу компанияһының туристик автобустарҙы үҙаллы һатып ала башлауы ҡыуаныслы, – тине Радий Хәбиров. – Әле төбәккә ошондай класлы 20-гә яҡын машина кәрәк, шуға күрә автопаркты яңыртыуҙа компанияға артабан да ярҙам итәсәкбеҙ.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

“Автопаркты яңыртыуҙа артабан да ярҙам итербеҙ”
“Автопаркты яңыртыуҙа артабан да ярҙам итербеҙ”
“Автопаркты яңыртыуҙа артабан да ярҙам итербеҙ”
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас