

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙҙың ете предприятиеһы Ереван ҡалаһында, Башҡортостандың Әрмәнстандағы күп тармаҡлы бизнес-миссия сиктәрендә, 1 ноябрҙән 2 ноябргә хәтлем 60-тан ашыу осрашыу ойошторған.
– Әрмәнстанға ике көнлөк эшлекле сәфәр барышында, унда ҡатнашыусылар тарафынан, 60-тан ашыу осрашыу ойошторолдо, – тип һөйләй Башҡортостан тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. – Әрмәнстан партнерҙарында Башҡортостан етештереүселәренең тауарҙары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ысынлап та, һөйләшеүҙәр ҡыҙыҡлы барҙы, фекер алышыуға яҡтар ихлас ҡушылды.
“Миротент” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең (хужалыҡ өсөн сумка тегә), “Техномаш” йәмғиәтенең (йылытыу ҡаҙанлығы етештерә), “КомфортПласт” йәмғиәтенең (төҙөлөш материалдары етештерә), “Эколайн” йәмғиәтенең (клей етештерә), “АиС Девелопмент” йәмғиәтенең (спорт кейемдәре тегә) һәм башҡа ойошмаларҙың бизнес-миссияла ҡатнашыуы шуға асыҡ миҫал.
Иртәгәһенә Әрмәнстан Юғары технологиялар сәнәғәте министрлығы, Әрмәнстан Иҡтисад министрлығы, Әрмәнстандың Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы менән осрашыуҙар ойошторолдо.
Фото: Башҡортостан Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.