+21 °С
Болотло


8 ноябрҙә федераль әһәмиәттәге М-5 “Урал” дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлының 1427+700 – 1428+200 километр арауығындағы участкаһында (Шишмә районының Арыҫлан ауылы янында) транспорт хәрәкәтенә сикләү индерелә.
Был эш рамлы конструкциялы ферманы ҡороу менән бәйле. Хәрәкәтте сикләү ваҡыты: 04.00 сәғәттән 05.00 сәғәткә тиклем.
Фото: vidsboku.com