

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау. Яңы саҡырыуҙар һәм эштәр” тигән пленар ултырышта ҡатнашты. Сара “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форум-күргәҙмәһе сиктәрендә үтте.
“Торатау” конгресс-холындағы "түңәрәк өҫтәл"дә башта ”Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының генераль директоры Светлана Чупшева сығыш яһаны.
"Бизнеста социаль яуаплылыҡтың мөһим аспекты – айырым категорияға ингән кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу, – тине Андрей Назаров. – Хеҙмәт шарттары булдырыу. Беҙҙең республикабыҙҙағы предприятиелар яҡшы традицияларға тоғро ҡала".
Андрей Назаров әйтеүенсә, Өфө моторҙар эшләү ойошмаһында бөгөн 346 инвалид фрезерлаусы, токарь һәм шымартыусы булып уңышлы эшләй. Шуларҙың яртыһы тиерлек – насар ишетеүселәр. “Альтернатива” заводында ла инвалидтарға ярҙам күрһәтелә. Бында һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән 34 кеше эшләй.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.