Иҡтисад
8 Ноябрь 2022, 16:30

Беҙ – 5-се урында!

Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығы проектында һәр саҡ әүҙем ҡатнаша.

Беҙ – 5-се урында!Беҙ – 5-се урында!
Беҙ – 5-се урында!

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгендә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров граждандар йәшәйеше өсөн сифатлы мөхит булдырыу буйынса төбәк башҡарма власть органдары баһаһын күтәреү рейтингы сиктәрендәге сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Андрей Назаров әйтеүенсә, Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығы проектында һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Хеҙмәттәшлек уңайлы инвестиция мөхите булдырыу, социаль өлкәне, туризмды үҫтереү маҡсатында алып барыла.

"Рейтингтар беҙҙең граждандар тормошоноң ни хәтлем сифатлы, уңайлы булыуын күрһәтә, – тине Андрей Назаров. – Республикабыҙ идара итеү командаһының һөҙөмтәле эшләгәне Милли инвестиция рейтингында сағылыш тапҡан. Ете йыл эсендә Башҡортостан 40-сы урындан 5-сегә күтәрелгән, ә һуңғы ике йылда тәүге бишәү исемлегендә нығынды".

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас