Иҡтисад
8 Ноябрь 2022, 12:50

Буранғол уңғаны

Ҡасандыр үҙ эшен биш феләктән башлаған йүнсел Мәүлит Вәлиевтың юлын бөгөн улы Айбулат лайыҡлы дауам итә.

Буранғол уңғаныБуранғол уңғаны
Буранғол уңғаны

Әбйәлил районы Буранғол аылында йәшәгән аталы-уллы фермерҙар Мәүлит һәм Айбулат Вәлиевтарҙы күптәр үҙ эшенең оҫталары булараҡ яҡшы белә.

-Колхоз-совхоздар бөткәс, эшһеҙ тороп ҡалдым. Шул саҡта тәүәкәлләп халыҡтан һөт йыйырға тотондом. Халыҡ тәүҙә ышанмайыраҡ ҡына тапшырҙы, аҙаҡ аҡса ала башлағас, үҙҙәре үк саҡыра башланы. Аҡрынлап һөт ташыу өсөн махсус машина, һөттө һыуытыу ҡоролмалары алдым. Улым менән бергәләшеп уйлаштыҡ та малсылыҡ йүнәлешен һайлап, таналар һатып алып ферма төҙөнөк. Һөттө шул уҡ Мәләүез һөт-консерва заводына тапшырабыҙ, бөгөн 25 баш һауын һыйырҙары бар. Өс кешегә эш урыны булдырылған, - ти Буранғол фермеры.

Буранғол ауылы уңғаны тураһындағы тулы яҙманы тиҙҙән "Башҡортостан" гәзите битендә танышырһығыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас