Иҡтисад
8 Ноябрь 2022, 11:20

Электрон аукцион - тәьмин итеүсене билдәләүҙең киң таралған ысулы

Туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса республика заказсылары менән төҙөлгән килешеүҙәр күләме 31 процентҡа артҡан.

Электрон аукцион - тәьмин итеүсене билдәләүҙең киң таралған ысулыЭлектрон аукцион - тәьмин итеүсене билдәләүҙең киң таралған ысулы
Электрон аукцион - тәьмин итеүсене билдәләүҙең киң таралған ысулы

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһының Конкуренция сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатып алыу һөҙөмтәләре буйынса аналитик отчет баҫтырып сығарған. Шулай итеп, 2022 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса дөйөм 97,4 миллиард һумға торошло 297,7 мең контракт төҙөлгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 31 процентҡа артҡан.

– Һатып алыуҙар мониторингы контракт системаһын баһалау һәм камиллаштырыуҙың һөҙөмтәле ҡоралы булып тора. Санкциялар баҫымы шарттарында мониторинг һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының контракт системаһының тотороҡлолоғон баһалау, һатып алыу эшмәкәрлегендә ҡатнашыусыларҙың эш һөҙөмтәлелеген билдәләү мөмкинлеген бирә. Мониторингта Башҡортостан Республикаһының бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа, тәьмин итеүселәргә һәм етештереүселәргә ярҙам итеү сараларын тормошҡа ашырыуға айырым иғтибар бүленә, – тине Дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.

Быйыл туғыҙ айҙа тәьмин итеүсене билдәләүҙең киң таралған ысулы — электрон аукцион – Берҙәм мәғлүмәт системаһында урынлаштырылған белдереүҙәрҙең дөйөм һанының 90 проценты, белдереүҙәрҙең дөйөм суммаһының 47 проценты.

Һатып алыуҙарҙа көнәркәшлек дөйөм сумманан 1,5 тапҡырға һәм 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ике һәм унан да күберәк ҡатнашыусы менән конкурс процедуралары һөҙөмтәһендә төҙөлгән контракттарҙың дөйөм һанынан ике тапҡырға артыуы күҙәтелә.

2022 йылдың туғыҙ айында һатып алыуҙар мониторингы һөҙөмтәләренең аналитик отчет менән Дәүләт комитетының рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас