

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры - сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяевтың сәхифәһенән:
"Реабилитация өсөн техник әйберҙәр етештереүсе предприятиеларға ярҙам программаһын булдырыу мөһим, бындай бурысты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форумында республикабыҙҙың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына ҡушты. Бындай күләмле форум Өфө ҡалаһында беренсе тапҡыр ойошторола. Күргәҙмәлә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 53 предприятие ҡатнаша, хатта Владивостоктан да килгәндәр. Мәҫәлән, "Тифлоцентр Вертикаль” предприятиеһы насар күргәндәр өсөн тактиль мнемосхема һәм китаптар нәшер итә. Шулай уҡ ортопедик яҫтыҡтар теккән һәм моториканы үҫтереүгә бәйле пособие сығарған, бионичесик протездар етештергән ойошмалар ҙа бар.
Беҙҙең республика өсөн, ғөмүмән, Рәсәй өсөн дә, реабилитация өсөн техник әйберҙәр тәңгәлендә импортҡа алмаш мәсьәләһе көнүҙәк".
Фото: Башҡортостан Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы.