

«Рәсәй һөтө» 4-се агросәнәғәт форумында сығыш яһағанда республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов Башҡортостан Республикаһында һөтсөлөк фермаларын булдырыуға һәм һөт эшкәртеүгә йүнәлтелгән 23 проект тормошҡа ашырыла, тип билдәләне.
Сара бөгөн, 9 ноябрҙә, Ҡазанда асылды. Телгә алынған проекттарҙың дөйөм хаҡы 26 миллиард һум тәшкил итә һәм 1327 эш урыны булдырыласаҡ.
Етәксе билдәләүенсә, был проекттар юғары әҙерлек кимәлендә, уларҙы тормошҡа ашырыуға планлаштырылған хаҡтың яртыһынан ашыуы (14,1 миллиард һум) һалынған һәм 818 эш урыны булдырылған.
- Республикала эшләүсе ярҙам саралары комплексы беҙгә һөт тармағының инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырырға мөмкинлек бирҙе. Беҙ инвесторҙарҙы урындағы һәм башҡа төбәктәрҙеке тип айырмайбыҙ. Барыһы өсөн дә берҙәй уңайлы мөхит булдырабыҙ, - тине ул.
Республикала үҙенең инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырған предприятиелар милеккә һалым түләүҙән азат ителә, килемгә һалым буйынса льгота ала. Шулай уҡ өҫтәмә ташламалар ҡаралған, атап әйткәндә, проекттар өсөн ер участкалары һатыуҙар уҙғармайынса ҡуртымға бирелә, инфраструктура төҙөлөшөнә сығымдар ҡаплана.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19384/
Фото: pravitelstvorb.ru