

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге булышлығында ағымдағы йылдың июненән республиканың 11 тауар етештереүсеһе Силәбе һәм Свердловск өлкәләренең йөҙҙән ашыу магазинына үҙ продукцияһын оҙатыуҙы яйға һалған.
Башҡортостан вәкиле урындағы сауҙа селтәрҙәре вәкилдәрен саҡырып, сауҙа-һатып алыу конференциялары ойошторҙо. Был хаҡта Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
- Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ике төбәк араһында төрлө яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барыуын дауам итә. Йыл башынан алып вәкиллек дүрт бизнес-миссия, ике сауҙа-һатып алыу конференцияһы ойошторған, «Башбалыҡ» бикре балығы үрсетеү буйынса берлектәге предприятие төҙөү буйынса инвестиция проекты оҙатыла килә. Бынан тыш, Силәбе өлкәһендәге хеҙмәттәштәребеҙ Сибайҙағы колбаса етештереүсеһенә Силәбелә вәкиллек асыуҙа ярҙам күрһәтте, - тине Маргарита Болычева.
Бөгөн күрше өлкәләргә «Беҙҙең ферма», «Башҡортостан үләндәре», «Башҡорт колбасалары ит комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең , «Белорет» ауыл хужалығы етештереү кооперативының тауарҙары, «Башкирский привоз» компанияһынан ит продукцияһы һәм ярымфабрикаттары, «Ҡәҙербәк» компанияһының алкоголһеҙ эсемлектәре, «Урарту» ауыл хужалығы етештереү кооперативының сырҙары, «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенең икмәк һәм кондитер изделиелары, «Башҡорт балы», «Башҡорт умартасылыҡтары» компанияларының тауарҙары килтерелә.
Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге 1997 йылдың 25 декабрендә ойошторолған. Вәкиллек Силәбе, Төмән, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында, Ямал-Ненец автономиялы округында һәм Ханты-Манси автономиялы округында - Юграла Башҡортостан Республикаһы мәнфәғәттәрен яҡлай.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19382/
Фото: pravitelstvorb.ru