Иҡтисад
9 Ноябрь 2022, 10:20

Башҡортостанда газ бүлеү селтәрҙәренә тоташыу буйынса инструкция әҙерләгән

Газ үткәрергә теләһәгеҙ, мәсьәләне ентекле өйрәнергә кәрәк.

Башҡортостанда газ бүлеү селтәрҙәренә тоташыу буйынса инструкция әҙерләгәнБашҡортостанда газ бүлеү селтәрҙәренә тоташыу буйынса инструкция әҙерләгән
Башҡортостанда газ бүлеү селтәрҙәренә тоташыу буйынса инструкция әҙерләгән

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә инвестиция стандартын тормошҡа ашырыу сиктәрендә газ бүлеү селтәрҙәренә технологик тоташыу буйынса ентекле инструкция эшләнгән.

— Инструкция яңы төҙөлгән йәки файҙаланылған объекттарҙы газ менән тәьмин итергә теләгән ғариза биреүсенең эш итеү тәртибен билдәләй. Уларға баҡса участкаларындағы биналарҙан алып магазиндарға, торлаҡ йорттарға, предприятиеларҙың биналарына һәм ҡоролмаларына, мәҙәни-күңел асыу объекттарына һәм социаль инфраструктураға тиклем газ менән тәьмин ителмәгән бөтә ҡоролмалар инә, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Документта тоташыу тураһында килешеү төҙөү өсөн ниндәй документтар талап ителеүе ентекле аңлатыла; техник шарттар теүәл үтәлһен өсөн ниндәй ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәрәк; ниндәй ваҡыт арауығында газ бүлеү селтәрҙәренә тоташыу мәьсәләләре ҡаралды. Махсус һылтанмала ҡулланыусының ҡайҙа урынлашыуына ҡарап, был эш менән шөғөлләнеүсе ойошмаларҙың бәйләнеше күрһәтелгән.

Газ бүлеү селтәрҙәренә тоташыуҙың яҡынса хаҡын иҫәпләү өсөн инструкцияла планлаштырылған сығымдар калькуляторына һылтанма бар. 

Бынан тыш, инструкцияла газ бүлеү селтәрҙәренә технологик тоташыу өсөн кәрәкле норматив документтарға һылтанмалар бар. Улар араһында газ ҡулланыусы ҡорамалдарҙы һәм капиталь төҙөлөш объекттарын газ бүлеү селтәрҙәре менән тоташтырыу ҡағиҙәләре лә бар.

Газ бүлеү селтәрҙәренә технологик тоташыу буйынса инструкция тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының (https://building.bashkortostan.ru/documents/other/450018) рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Ҡалған һорауҙар буйынса Өфө ҡалаһы, Новосибирск урамы 2, 4-се корпус адресы буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Берҙәм белешмә хеҙмәте телефоны 8 (800) 347-88-00.

 

Белешмә:

Төбәк инвестиция стандарты — төбәктәрҙә инвестиция проекттарына ярҙам итеү системаһы. 2021 йыл аҙағында Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең инвесторҙарға ярҙам итеү өсөн яңы инструментты тормошҡа ашырыусы пилот төбәктәренең береһенә әүерелде. Стандартҡа ярҙамсы система элементтарын формалаштырыу буйынса методик тәҡдимдәр индерелгән.

 

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды. 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас