

Өфө ҡалаһының “Торатау” конгресс-холында “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” тип аталған I Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмә сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары тураһында: реабилитация техник саралары етештереү” тигән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Башҡортостан сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәй баҙарынан ҡайһы бер компанияларҙың китеүе эштәренә әҙме-күпме үҙгәрештәр индергән. Улар ҙа эшмәкәрлеген бүтән йүнәлешкә көйләгән. Өр-яңы ҡоролмалар эшләү, комплектлаусы запас частәр етештерә башлау һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал.
– Әле беҙҙең республикала Сәнәғәтте үҫтереү фонды уңышлы эшләй, – тине Валерий Альбертович. – Ошо фонд федераль кимәлдә үҙен бик яҡшы яҡтан күрһәтеүгә иреште. Ул сәнәғәт предприятиеларына ҙур ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, бер проценттан биш процентҡа хәтлем, төрлө ваҡытҡа һәм төрлө программа нигеҙендә, займ бирә. Шулай уҡ фонда ҡоролма алғанда ла займ биреү йәһәтенән булышлыҡ итә. Был, әлбиттә, предприятиены үҫтереүҙә – ҙур ярҙам, шул иҫәптән, реабилитация техник саралары етештергәндә лә унан файҙаланалар.
Башҡортостан Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, ошо көндәрҙә ярҙам сараларын күҙ уңында тотҡан (субсидия) ҙур программа тәңгәлендә эш башлаған.
Башҡортостан буйынса Рәсәй социаль страховкалау төбәк бүлексәһе дәүләт учреждениеһының инвалидтарҙы реабилитация техник саралар менән тәьмин итеү бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Ғәлиева әйтеүенсә, мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында электрон сертификат менән файҙаланыусылар йылдан-йыл арта.
Фото: Илдар Аҡъюлов.