Иҡтисад
9 Ноябрь 2022, 13:30

Яңы ҡорамал хеҙмәттәр спектрын киңәйтәсәк

Башҡортостандың Төбәк лизинг компанияһы «Пилот» техник системалар ғилми-тикшеренеү институты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә 32,8 миллион һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәткән.

Яңы ҡорамал хеҙмәттәр спектрын киңәйтәсәкЯңы ҡорамал хеҙмәттәр спектрын киңәйтәсәк
Яңы ҡорамал хеҙмәттәр спектрын киңәйтәсәк

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Төбәк лизинг компанияһы «Пилот» техник системалар ғилми-тикшеренеү институты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә 32,8 миллион һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәткән.

Аҡса «Аксель» телеметрик ҡорамал комплектын һатып алыуға йүнәлтелгән. Яңы ҡорамал предприятиеға күрһәтелгән хеҙмәттәр спектрын киңәйтергә мөмкинлек бирә. Лизинг ярҙамы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған.

- Башҡортостан Республикаһының Төбәк лизинг компанияһы шәхси эшҡыуарҙарға һәм бәләкәй предприятиеларға хеҙмәттәшлектең айырым льготалы шарттарын тәҡдим итә. Әйтәйек, 6 процент йыллыҡ ставка буйынса Рәсәйҙә етештерелгән ҡорамалдар ҡайтарыла, ә сит илдән килтерелгәнгә 8 процентлыҡ ставка тәҡдим ителә. Лизинг суммаһы - 500 меңдән 50 миллион һумға тиклем, аванс түләүе гарантия ойошмаһының яуаплылығы аҫтында 0% башлана, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

 «Пилот» техник системалар ғилми-тикшеренеү институты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 1992 йылда Өфө дәүләт авиция техник университетының ғилми хеҙмәткәрҙәре төркөмө тарафынан ойошторолған. Бөгөн компания ҡыя йүнәлешле скважиналар һәм горизонталь тамамланған скважиналар менән быраулағанда технологик һәм телеметрик оҙатыу хеҙмәттәрен күрһәтә. Лизинг буйынса дәүләт ярҙамы алыу йәһәтенән мөрәжәғәт нигеҙе булып  ҡатмарлы геологик-технологик бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҡорамалдарҙы яңыртыу кәрәклеге сәбәпсе булып тора. Лизинг килешеүе йылына 6 процент ставкаһы буйынса 24 айға төҙөлгән.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19380/

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас