

Һалым түләү тураһында онотманығыҙмы? Республика халҡына милек һалымын түләү ваҡыты етеп килеү тураһында иҫкәрмәләр таратылды. Ер, транспорт, торлаҡ өсөн милек һалымдарын быйыл 1 декабргә тиклем түләп ҡуйырға кәрәк.
Йыш ҡына фермер (крәҫтиән) хужалыҡтары үҙҙәренә һалым түләү кәрәклеге тураһындағы иҫкәртеү ҡағыҙҙарының килеүенә аптырап ҡала. Һалым тураһындағы ҡануниәткә ярашлы, ошондай уҡ хужалыҡ етәкселәре лә күсемһеҙ милек хужалары һәм, башҡалар кеүек, һалым түләргә бурыслы. Ә бына һалым түләүгә ташламаларға шәхси эшҡыуарҙың иһә хоҡуғы бар. Был хоҡуҡ уларҙың да махсус һалым режимын файҙаланыусыларына ғына бирелә. Мәҫәлән, һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы, ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр.
Был хаҡта тулыраҡ Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының “ҡыҙыу бәйләнеш”е аша һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ: (347) 226-38-00.
Законды белмәү яуаплылыҡтан ҡотҡармай, шуға һалым түләү кәрәклеге тураһында онотмағыҙ, юғиһә бының өсөн яуап бирергә тура киләсәк.
Фото: pikabu.ru