Иҡтисад
10 Ноябрь 2022, 17:50

Емерек өй өсөн һалым түләргәме?

Яуап - яҙмала.

Емерек өй өсөн һалым түләргәме?Емерек өй өсөн һалым түләргәме?
Емерек өй өсөн һалым түләргәме?

Һәммәбеҙҙең атҡарырға тейешле бурыстары бар. Уларҙың береһе – һалым түләү. Бының менән бәйле йыш ҡына төрлө һорауҙар тыуа.

Мәҫәлән, күптәрҙе ауылдағы байтаҡтан емерек булған өйҙәренә һалым түләү мәсьәләһе борсой. Был йәһәттән Һалым федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса бүлексәһенән түбәндәгеләр тураһында хәбәр иттеләр.

“Граждандар һалым органына объекттың емерелеүе йәки юҡҡа сығыуы тураһында ғариза яҙмаһа йәки был объектты ликвидациялау, уға хоҡуҡтарҙың бөтөүе тураһында белдермәһә, һалым органы уларға һалым иҫәпләүен дауам итәсәк”.

Ғариза менән бергә милектең юҡҡа сығыуы тураһындағы документтарҙы – торлаҡ фондының техник иҫәпләүҙәрҙе алып барыу буйынса органдары биргән белешмәләрҙе, капиталь төҙөлөш объектын алыу буйынса иҫкәртеү ҡағыҙы һәм башҡаларҙы тапшырырға кәрәк. Ошо мәғлүмәттәр раҫланғандан һуң ғына һалым органы гражданға һалым һалыныу объектының юҡҡа сығыуы һөҙөмтәһендә һалым түләүҙең бөтөрөлөүе тураһында хәбәр итәсәк. Раҫланмаған осраҡта иһә быға нимәнең нигеҙ булыуын дәлилләгән мәғлүмәттәр ебәреләсәк. Ошо хаҡта тулыраҡ һалым тураһындағы закондарҙы уҡып белә алаһығыҙ. Шулай уҡ Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығындағы “ҡыҙыу бәйләнеш” аша һорауҙарығыҙҙы бирергә мөмкин: (347) 226-38-00.

Һалым түләү тураһында онотманығыҙмы? Уның ваҡыты етеп килеү тураһында иҫкәрмәләр таратылды. Ер, транспорт, торлаҡ өсөн милек һалымдарын быйыл 1 декабргә тиклем түләп ҡуйырға кәрәк.

Фото: pushchinocity.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас