Иҡтисад
10 Ноябрь 2022, 16:30

Илнар Ғизәттулин: “Машинаны атайыма бүләк итәм”

Башҡортостан Башлығы ҡулынан автомобиль асҡысы алған егет ғүмерлек һөнәр һайлаған инде

Илнар Ғизәттулин: “Машинаны атайыма бүләк итәм”Илнар Ғизәттулин: “Машинаны атайыма бүләк итәм”
Илнар Ғизәттулин: “Машинаны атайыма бүләк итәм”

Бөгөн йәштәр ауылда ҡалырға теләмәй, ҡалаға күсеүҙе хуп күрә тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, ауыл мәктәбен тамамлау менән йәштәр белем алырға тип ҡалаға китә, күптәре эш табыуы еңелерәк тип, уңайлыҡтар тураһында уйлап тороп та ҡала. Әммә йәштәр араһында ауыл тормошон үҙ иткәндәр ҙә күп. Миҫал итеп күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан тырыш хеҙмәте өсөн машина асҡысы алған Илнар Ғиззәтуллинды килтерге килә. Ул Стәрлетамаҡ районының Үрге Уҫылы ауылында тыуып үҫкән.

Илнар әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡтағы тармаҡ-ара колледжы студенты. IV курста белем ала. Быйыл тәүге тапҡыр механизатор булараҡ практика үткән һәм Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы иғлан иткән механизаторҙар конкурсы тураһында ишеткәс, үҙ көсөн һынап ҡарарға була.

Илнарҙың атаһы ауылда механизатор булып эшләй, әсәһе шул уҡ ауыл хужалығы предприятиеһының контораһында хеҙмәт итә. Бала саҡтан техникаға тартылған Илнар атаһы эрәһендә урала, ҡыҙыу эш мәлдәрендә ярҙамға ла сыға. 13 йәшенән ул ауылдарындағы хужалыҡта эшләп йөрөй: картуф баҫыуына һыу һибеүсе, быҙау көтөүсе, ырҙында ярҙамсы булып йөрөй. Шуға мәктәпте тамамлағанда ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тормай уның алдында. Атаһы, олатаһы һайлаған һөнәрҙе дауам итергә ниәтләй.

Уңыш йыйыу миҙгелендә йәш механизатор 3 мең тоннанан ашыу иген һуҡҡан. “Акрос - 595” комбайнында эшләгән. Уңыш йыйыу кампанияһында алты кешелек бригада составында эшләй.

  • Өлкән ағайҙар гел ярҙам итеп торҙо. Кәңәштәренән өҙмәне, - ти хеҙмәттәштәре тураһында Илнар.

Әле егет колледждййы тамамларға йыйына. Практиканан һуң, тағы парта артына ултырасаҡ ул. Ҡулына диплом алғас, юғары уҡыу йортона инергә ниәтләй. Һөнәрен дә һайлаған һәм ғүмерен ауыл хужалығы менән бәйләргә ниәт иткән.

  • Өс йыл дауамында төрлө ерҙәрҙә эшләп үҙемә әле генә машина алған инем. Шуға әле Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡулынан алған автомобилде атай-әсәйемә бирермен тип ҡарар иттем. Улар мине тәрбиәләп, оло тормош юлына баҫтырҙы. Был бүләккә тәү сиратта улар лайыҡ, - ти Илнар.

 

 

Илнар Ғизәттулиндың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан машина асҡысын алған мәлде Айрат Нурмөхәмәтов фотоға төшөрҙө.

Башҡа фотолар Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенән алынды.

Илнар Ғизәттулин: “Машинаны атайыма бүләк итәм”
Илнар Ғизәттулин: “Машинаны атайыма бүләк итәм”
Илнар Ғизәттулин: “Машинаны атайыма бүләк итәм”
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас