Иҡтисад
10 Ноябрь 2022, 16:15

Өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды

Ошо уҡ көндә “Башҡортостандың хеҙмәт династиялары” конкурсы лауреаттарын наградланылар

Өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылдыӨс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды
Өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды

Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Профсоюздар федерацияһы  һәм төбәк эш биреүселәр берекмәләре араһында 2023 йылдан 2025 йылға тиклемге осорға өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республиканың Профсоюздар федерацияһы рәйесе  Гүзәл Мирошниченко,  Башҡортостан сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзы рәйесе Айҙар Насибуллин  ҡул ҡуйҙы.

 Быйыл элекке килешеүҙең ваҡыты сығыу менән бәйле, яҡтар яңыртылған документтың проектын әҙерләне. Республика килешеүе яңы ун пунктҡа тулыланды. 238 йөкләмә алынған. Шуларҙың араһында – лайыҡлы хеҙмәткә хоҡуҡтарҙы тәьмин итеү, тотороҡло мәшғүллек, хәүефһеҙ эш урындары һәм профессиональ үҫеш мөмкинлектәрен киңәйтеү, хеҙмәткәрҙәрҙең һәм ғаилә ағзаларының тормош кимәлен күтәреү. 

Республикала өс яҡлы килешеү положениелары 2023 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инәсәк.

Ошо уҡ көндә “Башҡортостандың хеҙмәт династиялары” конкурсы лауреаттарын наградланылар. Унда сәнәғәт һәм социаль өлкәләрҙең 12 тармағынан йөҙ династия ҡатнашты.

– Хеҙмәт династиялары –  һәр предприятие һәм тармаҡтың нигеҙе генә түгел. Улар илебеҙҙең, республикабыҙҙың терәге лә, – тине Радий Хәбиров. – Профессиональ белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары  йылында төрлө һөнәр вәкилдәренә хөрмәт күрһәтеү  беҙҙең өсөн намыҫ эше.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 Сығанаҡ:https://glavarb.ru/rus/

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас