

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендәге кәңәшмәлә вице-премьер —финанс министры Лира Иғтисамова Стратегик башланғыстар агентлығы вәкилдәре ҡатнашлығында халыҡ өсөн сифатлы мөхит булдырыу буйынса башҡарма власть органдарының эшен баһалау рейтингын барланы. Ултырышта тәү сиратта республикала ҡабул ителгән саралар тураһында һүҙ барҙы һәм артабан рейтинг күрһәткестәрен күтәреү буйынса эште ойоштороу юлдары барланды.
— Республика Стратегик башланғыстар агентлығының төрлө проекттарында әүҙем ҡатнаша. Агентлыҡтың идеялары төбәктәрҙең потенциалын асыуҙа һәм социаль-иҡтисади проблемаларҙы хәл итеүҙә ҙур ярҙам булып тора, — ти Лира Иғтисамова.
Социаль өлкәлә Башҡортостан Милли социаль инициативаның (НСИ) йәшәү сифатын күтәреү саралары комплексы булараҡ механизмдарын һынау башында торған. Бөгөн социаль бүлектә «Һаулыҡ һаҡлау», «Хеҙмәт баҙары һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү», «Социаль яҡлау» йүнәлештәре буйынса маҡсатлы проекттар индерелә.
Мәҫәлән, республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефе булған пациенттарға профилакторий күҙәтеүе алгоритмы индерелгән. Социаль яҡлау өлкәһендә балалы ғаиләләр өсөн ташламаларҙың айырым төрҙәренә ғариза биреү тәртибе күпкә ябайлаштырылған. Ташламаларҙың биш төрөнә берҙәм ғариза бирелә, был документтар пакетын, уларҙы ҡарау мөҙҙәтен ҡыҫҡартырға, граждандарҙың мөрәжәғәттәре һанын, социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт сығымдарын кәметергә мөмкинлек бирә.
— Рәсәй Федерацияһы граждандары өсөн сифатлы мөхит булдырыу буйынса төбәк башҡарма органдарының тырышлығын баһалау рейтингы күрһәткестәрен күтәреү маҡсатында төбәктә 250-нән ашыу сара булған “юл картаһы” әҙерләнгән, — тине финанс министры.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.