Иҡтисад
10 Ноябрь 2022, 11:15

Туҡай һыу алғысы кемгә күсәсәк?

Туймазы районындағы Туҡай һыу алғысы объекттары муниципаль милеккә тапшырыласаҡ

Туҡай һыу алғысы кемгә күсәсәк?Туҡай һыу алғысы кемгә күсәсәк?
Туҡай һыу алғысы кемгә күсәсәк?

“Бөгөнгө кәңәшмәлә Туймазы районындағы Туҡай һыу алғысы объекттарын муниципаль милеккә тапшырыу тураһында һүҙ барҙы”, – тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Алан Марзаев социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.

Фекер алышыу барышында “Башнефть” компанияһы менән ошо һыу алғыс ҡоролмаларын ремонтлау өсөн аҡса бүлеү тураһында һөйләшеп килешелгән.  Ул эш тамамланғас та  муниципалитет объектты үҙ милкенә күсереү процедураһын башҡарасаҡ.  “Беҙҙең пландар – бөтә эште йыл аҙағына саҡлы тамамлау”, – тип яҙҙы Алан Марзаев.

Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.  

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас