

Эш сәфәре барышында Радий Фәрит улы цех эше менән танышҡандан һуң тәҫьораттары менән дә бүлеште:
- Бында ҡасандыр ҡола ялан ине, хәҙер яңы, заманса цехтар асыла, сәнәғәт төҙөлә, беҙ уларға яҡшы шарттар тыуҙырыуҙы артабан да дауам итәсәкбеҙ. “Аркада” берләшмәһе цехы йылына 10 миллион эш бирсәткәһе етештерәсәк. Әйткәндәй, был иҡтисад зонаһында тағы ла бер производство төҙөй башланыҡ. “Алға” командаһын һәм әлеге цехты сафҡа индереүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт әйтәм, - тип белдерҙе республика Башлығы.
Инвестиция күләме 9,5 миллиард һум тәшкил итә. 2024 йылға бында заманса юғары технологияларға эйә компания тулыһынса эшләй башларға планлаштырыла. Ул үҙебеҙҙең сеймалды ғына ҡулланасаҡ, ә тауарҙы экспертҡа сығарасаҡ. Сәнәғәт берәмегендә 200 эш урыны булдыраласаҡ.