

16-18 ноябрҙә Өфөләге “ВДНХ Экспо” комплексында өс күргәҙмә үҙ ишектәрен асасаҡ.
Күргәҙмәләр “Машиналар эшләү”, “Металл эшкәртеү”, “Өфөнөң инновацион ҡеүәте” тип аталған. Был сараларҙы Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Өфө ҡала хакимиәте һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы ойоштора.
“Төбәктең машиналар эшләү комплексы – авиация сәнәғәте, яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн ҡорамалдар эшләү, автомобилдәр һәм автокомпоненттар етештереү. Башҡортостан бөгөн прицептар һәм ярым прицептар, сәнәғәт мейестәре эшләп сығарыу буйынса алдынғы урынды бирмәй. Күргәҙмәләрҙә алдынғы эшләнештәр күрһәтеләсәк, унда ҡатнашырға теләгәндәрҙең күп булыуы был продукция төрҙәренең илдең станоктар эшләү тармағында ҙур һорау менән файҙаланырына ишаралай”, – республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Яңы төр инструменттарын, приборҙарын һәм йыһаздарын был күргәҙмәлә Рәсәйҙең 50-нән ашыу компанияһы күрһәтергә йыйына.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.