Иҡтисад
11 Ноябрь 2022, 05:30

Иҫәнбәткә газ килде!

Баймаҡ районының иң төпкөл ауылдары "зәңгәр ут"ҡа тоташтырылды.

Иҫәнбәткә газ килде!Иҫәнбәткә газ килде!
Иҫәнбәткә газ килде!

Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында йәшәгән Хәлимә Сафинаның өйөнә газ килде. Был шатлыҡлы ваҡиғаны иҫәнбәттәр ғүмер буйы көттө тиһәк тә була. Йәй башында “Газпром газ бүлеү Өфө”йәмғиәтенең Сибайгаз бүлексәһе эшселәре ауылда газ үткәреү эштәрен башлаған ине. 64 йорттан торған бәләкәй генә ауылдың 25 хужалығы йортарына газ үткәреүгә заявка биргән. Әле тәүге йортта "зәңгәр ут" тоташтырылған. Тимәк, Яңы йылды Иҫәнбәт ауылы халҡы газлы килеш ҡаршылаясаҡ. Ауыл халҡының шатлығын беҙ ҙә ихлас уртаҡлашабыҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: һеҙ йәшәгән биләмәлә газ үткәргес бар, тик йортоғоҙға килеп етмәгән осраҡта, уны һеҙҙең йорт хужалығына тиклем түләүһеҙ еткерәләр (догазификация). Әммә ер участкаһындағы бөтә эштәр (газ ҡулланыу селтәрҙәрен үткәргән, газ ҡорамалдарын,газды иҫәпләү приборҙарын һатып алған һәм ҡуйған) өсөн граждандар үҙҙәре түләй.

Фото: "Күк Ирәндек буйында" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас