

Ҡарауға индерелгән пакет – партияның Программа комиссияһы эше һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведев биргән күрһәтмәләр һөҙөмтәһе булып тора.
Партия өҫтәмә аҡса бүлергә тәҡдим иткән йүнәлештәр исемлеге ярайһы уҡ киң: ауылды һәм мәшғүллек үҙәктәрен үҫтереүҙән алып, Рәсәй мәҙәниәтенә сит илдәрҙә ярҙам итеүгә һәм беҙҙең төбәктәрҙә мәҙәни мираҫ объекттарын тергеҙеүгә киткән сығымдарға тиклем, тип белдерҙе “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы секретары Андрей Турчак.
– Хөкүмәттәге коллегалар менән һәр төҙәтмә ентекле тикшерелде һәм һәр һумдың ҡайҙа тотоноласағы билдәле. Пакет партияның Программа комиссияһы эше һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведев биргән күрһәтмәләр һөҙөмтәһе булып тора. Документты беренсе уҡыуҙа ҡабул итер алдынан һөйләгәндәребеҙ бында иҫәпкә алынды һәм бюджетҡа аныҡ өҫтәмәләр булып инде, – тине ул.
Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһына өҫтәмә 8 миллиард һум аҡса бүлеү тәҡдим ителә; ауыл хужалығы ерҙәрен мелиорациялау һәм агросәнәғәт комплексының фәнни-техник проекттарына булышлыҡ итеү буйынса эштәрҙең һәр береһенә – 1 миллиард һум; ауыл хужалығының льготалы лизингын тәьмин итеү өсөн – 1,5 миллиард һум; төбәктәрҙә һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөүгә – 8,4 миллиард һум; социаль контракт ярҙамында граждандарға ярҙам күрһәтеүгә – 7,5 миллиард һум.
Һөнәри уҡытыу һәм өҫтәмә һөнәри белем биреүҙе ойоштороуға өҫтәмә 2,5 миллиард һум аҡса йүнәлтеү тәҡдим ителә; тағы ла 2,7 миллиард һум – мәшғүллек үҙәктәрен модернизациялауға; 1,4 миллиард һум – Һәләтле юғары класс уҡыусыларын программалауға өйрәтеүгә; 450 миллион һум – йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү программаһына; 250 миллион һум – студент отрядтарында ҡатнашыусыларҙы эшсе һөнәрҙәргә өйрәтеүгә; 170 миллион һум – коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә; 44 миллион һум – күреү һәләте буйынса инвалидтарға социаль әһәмиәтле проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға, шул иҫәптән ошо категорияға ҡараған граждандарға баҫма киң мәғлүмәт сараларын сығарыуға.
Халыҡ сәнғәте өлкәһендә ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыуға өҫтәмә 100 миллион һум аҡса бүлеү тәҡдим ителә; 150 миллион һум – Рәсәйҙең сит илдәрҙәге театрҙарына ярҙам итеүгә; 300 миллион һум – төбәктәрҙә мәҙәни мираҫ объекттарын тергеҙеүгә; 20 миллион һум — ирекмәндәрҙең ғүмеренә һәм һаулығына зыянды ҡаплауға.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023-2025 йылдарға федераль бюджет проекты беренсе уҡыуҙа 26 октябрҙә ҡабул ителде. “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы уны хуплап берҙәм тауыш бирҙе. Рәсәй Президенттының 2020-2021 йылдарҙағы мөрәжәғәтнамәләрендә һәм "Берҙәм Рәсәй" конгресында биргән барлыҡ башланғыстар һәм күрһәтмәләр бюджет проектында сағыла, шулай уҡ тармаҡ министрлыҡтары, вице-премьерҙар һәм финанс министры Антон Силуанов етәкселегендәге Хөкүмәттең финанс блогы партияның халыҡ программаһының бөтә блоктарын финанслау ентекле ҡаралған. Партия икенсе уҡыуға социаль әһәмиәткә эйә булған бер нисә төҙәтмә әҙерләй.
Үҙ сиратында, "Берҙәм Рәсәй" партияһы төбәк бүлексәһе Секретарының беренсе урынбаҫары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, "Берҙәм Рәсәй"ҙең алдағы өс йылға федераль бюджет проектына төҙәтмәләр индереүе ағымдағы шарттарҙа өҫтәмә финанс ярҙамға мохтаж көнүҙәк өлкәләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
– Республиканың төп финанс документы тураһында һөйләгәндә, әлеге ваҡытта уның проекты буйынса эштәр әүҙем фазаға күсте, тип билдәләйем. Башҡортостан Финанс министрлығы һәр министрлыҡ һәм ведомство менән берлектә ҙур эш алып барҙы. Иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төп тармаҡтарына дәүләт ярҙамының планлаштырылған күләме тикшерелде. Ҡатмарлы хәлгә ҡарамаҫтан, бюджет проектының өҫтөнлөктәре, алдағы йылдарҙағы кеүек үк, үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Бюджет сығымдарының социаль йүнәлешен һаҡлап, республиканың инфраструктура үҫеше һәм инвестициялар дауам итәсәк. Республиканың төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь комплекстарын, юл объекттарын үҫтереү һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өсөн байтаҡ финанслау ҡаралған. Төҙәтмәләрҙе иҫәпкә алып, ағымдағы йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһының алдағы өс йылға бюджетын ҡабул итеү планлаштырыла, – тине Константин Толкачев.
Фото: er.ru.