Иҡтисад
12 Ноябрь 2022, 12:30

Индонезия менән бәйләнеш нығына

Ике яҡ вәкилдәре сәнәғәт, сауҙа-иҡтисад, мәҙәни һәм фәнни хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен барланы.

Индонезия менән бәйләнеш нығынаИндонезия менән бәйләнеш нығына
Индонезия менән бәйләнеш нығына

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр ителеүҙәренсә, Премьер-министр Андрей Назаров Индонезия Республикаһы өләмдәренең (ғалимдары) эшсе төркөмө менән осрашты. Делегацияға Индонезия парламенты ағзаһы Иҙрис Лаэна етәкселек итә. Ике яҡ сәнәғәт, сауҙа-иҡтисад, мәҙәни һәм фәнни хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен барланы.

Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостан менән Индонезия электән хеҙмәттәшлек итә, улар төбәгебеҙгә килгәне лә бар. “Ислам илдәре менән иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе әүҙем алып барабыҙ. Йыл һайын улар менән сауҙа әйләнеше арта бара”, – тип билдәләне Премьер-министр.

Эш кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, хәҙер республика Индонезияға химия сәнәғәте һәм машиналар эшләү продукцияһы, аҙыҡ-түлек ебәрә, ә унан целлюлоза-ҡағыҙ һәм туҡыу изделиелары һатып ала.

“Индонезияның донъяла иң күп мосолман халҡы йәшәгән ил булғанын иҫәпкә алғанда, хәләл продукция етештереүҙә хеҙмәттәшлек мөмкинлеге лә бар”, – тип билдәләне А. Назаров. Ул шулай уҡ Башҡортостанда Ислам банк системаһын индереү буйынса пилот проекты тормошҡа ашырылып, республикала Ислам хоҡуҡи принциптарына нигеҙләнгән Махсус административ район булдырыласағын билдәләне.

Иҙрис Лаэна Башҡортостан менән сауҙа әйләнеше өлкәһендә генә түгел, ә туризм, мәҙәниәт һәм мәғариф даирәһендә лә үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте арттырыу ниәттәрен белдерҙе. Ул шулай уҡ Өфө менән Индонезия араһында әлегә ҡәҙәр тура һауа бәйләнеше булмағанына иғтибарҙы йәлеп итте. Киләсәктә бындай һауа рейстары булһын өсөн мәсьәләне хәл итергә кәрәк, тигән теләк белдерҙе ул.

Орашыу аҙағында Андрей Назаров Индонезиянан килгән абруйлы ҡунаҡтарға башҡорт сувенирҙары бүләк итте һәм уларҙы, уртаҡ проекттарҙа ҡатнашыуҙан тыш, Өфө ҡалаһының 450 йыллығын байрам итеү сараларына килергә саҡырҙы.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас