Иҡтисад
14 Ноябрь 2022, 07:55

Беҙҙекеләр ҙур форумға әҙер

Александр Булушев хәбәр итеүенсә, республика делегацияһы Ағиҙел йылғаһында суднолар йөрөтөүҙе тергеҙеү мәсьәләләре буйынса Росморречфлот етәкселеге менән осрашырға ниәтләй.

Беҙҙекеләр ҙур форумға әҙерБеҙҙекеләр ҙур форумға әҙер
Беҙҙекеләр ҙур форумға әҙер

Иртәгә 15 ноябрҙә Мәскәүҙә традицион Транспорт аҙналығы башлана. “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумы һәм күргәҙмәһе тармаҡтың 3000-дән ашыу лидерын: федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәрен, илдең транспорт һәм транспорт машиналары эшләү, һанлаштырыу һәм инфраструктура төҙөлөшө өлкәһендәге төп предприятиелары етәкселәрен бер майҙансыҡҡа йыясаҡ. Форумдың эшлекле программаһын Хөкүмәт етәкселеге ҡатнашлығындағы “Рәсәй транспорты. Яңы шарттарҙа үҫеш стратегияһы” дискуссияһы асасаҡ.

“Республиканан ҙур делегация ҡатнаша, Башҡортостан үҙенең ҙур стендын да ҡуйған, унда үҙ эштәрен күрһәтәсәк. Яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡайтырбыҙ тип ышанам”, –  тине бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһен үткәргән Премьер-министр Андрей Назаров.

Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев хәбәр итеүенсә, республика делегацияһы Ағиҙел йылғаһында суднолар йөрөтөүҙе тергеҙеү мәсьәләләре буйынса Росморречфлот етәкселеге менән осрашырға ниәтләй.

– “Автодор” компаниялар төркөмө етәксеһе менән республиканың М-12 федераль трассаһын төҙөүҙә ҡатнашыу мәсьәләләрен тикшерергә ниәтләйбеҙ. Стендты Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов барып күрергә вәғәҙәләне. Уның менән тимер юл проекттарын, шул иҫәптән Өфө тимер юл ҡулсаһын тикшерергә ниәтләйбеҙ, – тине транспорт министры.

Фото: ufa.mk.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас