

Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы потенциаль инвесторҙар өсөн яңы бизнес-тәҡдим әҙерләгән. Тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәйенсә етештерелгән энергия алыу маҡсатында Миәкә районында ҡояш электр станцияларын булдырыуҙы, уны экологик етештереү тенденцияһын үҫтереүҙе күҙ уңында тота был проект. Инвестиция тәҡдимен алдан иҫәпләү буйынса проекттың бюджеты 205,9 миллион һум тәшкил итәсәк.
— Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн Миәкә районында майҙансыҡ тәҡдим ителә. Бында ҡояш электр станцияларын урынлаштырыу уңайлы. Ул районды һәм яҡын-тирәләге предприятиеларҙы арзаныраҡ һәм экологик яҡтан таҙа электр энергияһы менән тәьмин итә аласаҡ, был яңы тармаҡтарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, беҙҙең белгестәр проектты тормошҡа ашырыуҙың иҡтисади киләсәгенең торошона анализ үткәрҙе, эш буйынса ентекле финанс күрһәткестәрен аныҡланы, — тип аңлатты Башҡортостандың үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Финанс-иҡтисади күрһәткестәрҙән тыш, проект дәүләт ярҙамының тәҡдим ителгән сараларын да үҙ эсенә ала. Әйтәйек, башланғысты тормошҡа ашырғанда, инвестор проектты төбәктең өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индереүгә, ер участкаһын сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға биреүгә, ойошмаларҙың мөлкәт һалымынан азат итеүгә, шулай уҡ Сәнәғәт үҫеше фондының төрлө программалары буйынса ташламалы кредитлауға һәм энергетика өлкәһендәге субсидияларға иҫәп тота ала.
Тәҡдим ителгән инвестиция тәҡдиме тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән агентлыҡ сайтында «Бизнес эштәре» бүлегендә танышырға мөмкин https://kr-rb.ru/netcat_files/234/705/BK_Sozdanie_solnechnyh_elektrostantsiy.pdf
Белешмә:
«Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостанда инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарында — проект концепцияһын эшләүҙән алып объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуға тиклем — ярҙам күрһәтеү өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтә. Корпорация белгестәренең тәжрибәһе инвестиция проекты менән эшкә теләһә ниндәй этапта ҡушылырға һәм бурыстарҙы һөҙөмтәле хәл итергә мөмкинлек бирә. Башҡортостанда үҙ бизнесын үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған барлыҡ инвесторҙарға комплекслы ярҙам күрһәтергә һәм улар өсөн ышаныслы партнер булырға әҙер. Ведомство эше тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән https://kr-rb.ru/ рәсми сайтында һәм телефон аша (347) 214-90-70 телефон аша танышырға мөмкин.
Фотолар һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.